Әбйәлил районының Ишбулды ауылында ҡотороу сире асыҡланды

Әбйәлил районының Ишбулды ауылында ҡотороу сире асыҡланды 18.06.2014

Ауырыу шәхси хужалыҡтарҙың береһендә һыйыр малында табылған. Вирустың артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында республика етәксеһе указы менән төбәктә карантин иғлан ителде. Ике ай дауамында бында йорт хайуандарын һатыу, эт һәм бесәйҙәрҙе ситкә сығарыу тыйыла.

Ауырыу шәхси хужалыҡтарҙың береһендә һыйыр малында табылған. Вирустың артабан таралыуына юл ҡуймау маҡсатында республика етәксеһе указы менән төбәктә карантин иғлан ителде. Ике ай дауамында бында йорт хайуандарын һатыу, эт һәм бесәйҙәрҙе ситкә сығарыу тыйыла.

Ҡотороу хайуандарҙы һәм кешеләрҙе үлемгә килтереүсе вируслы сир. Тешләгән саҡта ҡотороу вирусы хайуандарҙың һеләгәйе аша яраға эләгә. Ваҡытында дауаханаға мөрәжәғәт итмәгән осраҡта кешелә уның клиник билдәләре үҫешә һәм үлемгә килтереүе ихтимал.
Йәй етеү менән хайуандар араһында ҡотороу сиренең артыуы күҙәтелә. Ишбулды ауылында ла бер ай самаһы элек ошондай күңелһеҙ хәл теркәлгән. Иң тәүҙә мал көтөүсеһе үҙен сәйер тотҡан башмаҡҡа иғтибар итеп бармай. Әммә бер аҙҙан йорт хайуаны бөтөнләй тыңлауһыҙға әйләнә.
Кискә ҡарай көтөү ауыл яғына ыңғайлаған ваҡытта хәле бөткән башмаҡ ергә ҡолай. Һуңынан үлгән малдың мейеһен ветеринарҙар лабораторияға оҙата. Унда белгестәр сирҙе асыҡлау өсөн аҡ сысҡандарҙа тәжрибә үткәрә. Тикшереү диагнозды раҫлай.
Диагноз иҫбатланыу менән ветеринарҙар ауылда профилактик саралар үткәрә. Барлығы 300-гә яҡын һыйыр, 600-ҙән ашыу ваҡ мал һәм алты тиҫтә самаһы эткә ҡабаттан ҡотороу сиренә ҡаршы вакцинация яһала. Ә инде үлгән мал яндырыла.
Был шәмбелә Ишбулдылар «Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!» байрамын үткәрергә әҙерләнә. Шуға ла ике айлыҡ сикләү индерелеүен урындағы халыҡ тәүҙә ҙур борсолоу менән ҡабул иткән. Әммә хәүефләнәнергә урын юҡ, ти ветеринарҙар. Иң мөһиме кешеләр һаҡлыҡ сараларын теүәл үтәргә бурыслы.
Илдар Байбулатов


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку