Белоретта киҫкен йоғошло ауырыу менән зарарланыусылар һаны арта

Белоретта киҫкен йоғошло ауырыу менән зарарланыусылар һаны арта 25.01.2016

Өс осраҡ буйынса сусҡа киҙеүе диагнозы ҡуйылған.

Табиптар билдәләүенсә, аш 1 эн 1 вирусын йоҡтороусылар әле йүнәлеүгә таба бара. Уларҙың хәле яҡшырған. Пандемия киҙеүе билдәләре ябай һалҡын тейҙереүҙән бер нимәһе менән дә айырылмай.  Юғары  температура, ҡоро йүтәл, тәндең төрлө өлөштәре, шул иҫәптән күкрәк ҡыуышлығында һыҙланыу тойоу менән ярҙам һорап мөрәжәғәт итергә кәрәк, тигән фекерҙә белгестәр. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, сусҡа киҙеүе ғинуар урталарында илдең төрлө төбәктәрендә теркәлде, уны йоҡтороу һөҙөмтәһендә кеше ғүмерҙәре өҙөлдө. Яңыраҡ ул Силәбе ҡалаһында ла теркәлгәйне.  Күрәһең, сир, күрше төбәктән беҙҙең республикаға ла килеп етте. Башҡортостанда ҡышҡы киҙеү менән ауырыуҙың иң юғары нөктәһе, йәғни эпидемия февраль баштарында көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика