Белорет металлургия комбинатында эшләүсе Фидалиә Ҡарыеваның күҙен тимерсыбыҡ киҫәге йәрәхәтләгән

Белорет металлургия комбинатында  эшләүсе  Фидалиә Ҡарыеваның күҙен тимерсыбыҡ киҫәге  йәрәхәтләгән 28.03.2016

Хеҙмәт урынында бәхетһеҙ  осраҡты ҡатынға көнкүрештә алған йәрәхәт тип күрһәтергә тәҡдим иткәндәр. Хәл буйынса Республика дәүләт хеҙмәт инспекцияһы әле тикшереү үткәрә.  Эшсеһе күреү һәләтен юғалтҡанға ниңә комбинат күҙ йоморға маташа?

Был хәл  Белорет металлургия комбинатында 23 мартта төнгө смена ваҡытында була. Тимерсыбыҡ  ураусы булып эшләгән Фидалиәнең күҙенә ҡапыл металл киҫәге  төртөлә. Махсус кейем,  күҙлек тә һаҡлап ҡала алмай. Белореттағы дауаханала  операция яһайҙар. Осраҡ буйынса ойошмала  комиссия ойошторола. Шуныһы сәйер,  завод етәкселеге хеҙмәткәренә дауаланырға аҡса йыйырбыҙ тип тә вәғәҙәләп, йәрәхәтте эш урынында алыуын йәшереп көнкүрештә зыян күргән тип күрһәтеүен һораған.
Ҡатынға йәрәхәт катарактаһы диагнозы ҡуйылған. Әле ул Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтына консультацияға килгән. Ай ярым реабилитациянан һуң күҙ яҫмыһын алыштырырға кәрәк буласаҡ. Ханым күрә алырмы,һуҡыр ҡалырмы, әлегә билдәһеҙ.  
Фидалиә Ҡарыева Белорет  металлургия комбинатында 15 йыл эшләгән. Хаҡлы ялға сығырға ла ун ай ғына ҡалған. Тағы шуныһы, зыян күреүсе әйтеүенсә, был хәлдән һуң цехтағы  Фидалиә Фәүҡәт  ҡыҙы торған станок  идеаль хәлгә килтереп ремонтланған.  Күрәһең, техникала етешһеҙлектәр булыуын бөтөрөргә маташҡандар. Ә бына ҡанһырап торған күҙ урынына  һау күҙ  ултырта алмаясаҡтар.  
Оксана Боровых, Белорет металлургия комбинатының йәмәғәт менән бәйләнеш һәм мәғлүмәт бүлеге етәксеһе: «Был ваҡыт эсендә предприятиеға зыян күреүсенән һәм уның ғаиләһенән  мөрәжәғәт булманы. Шулай уҡ хеҙмәт урынында алған йәрәхәт тип күрһәтеү буйынса ла... Уны комиссия асыҡлаясаҡ. Производствола алған зыян булараҡ иҫбатлана икән, компания тейешле сара күрәсәк».
Республиканың дәүләт хеҙмәт инспекцияһында белдереүҙәренсә, ваҡиға хаҡында уларға  24 мартта уҡ билдәле булған.
Бәхетһеҙ осраҡты тикшереүгә  15 көн бирелгән. Ошо ваҡыт эсендә комиссия йәрәхәттең сәләмәтлеккә зыянын, комбинатҡа  ниндәй яуаплылыҡ йөкмәтеләсәген асыҡлаясаҡ.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика