Баймаҡ ерендә һаулыҡ һаҡлау хеҙмәте  ойошторолоуға 100 йыл 02.11.2015

Төбәк биләмәләрендә тәүге медицина учреждениеһы 19-сы быуаттың 70-се йылдары аҙағында барлыҡҡа килһә,  бер быуат элек  Баймаҡтың алтын баҡыр заводында асылған участок  бөгөнгө  һаулыҡ һаҡлау системаһына нигеҙ һалған. Тәүге табип Ырымбур өлкәһенән ебәрелә.  Ә бөгөнгө көндә  ҡала һәм район  халҡын  барлығы 71 медицина һауыҡтырыу учреждениеһы хеҙмәтләндерә.
  

Бер быуат эсендә йыйылған тарихи  материалдар ғына түгел, ә  кеше һаулығы һағында башҡарылған эштәрҙең  ни тиклем әһәмиәтле булыуын  иҫәпкә алып был сараға әҙерлек  медицина музейын ойоштороуҙан башланғайны.  Бер бәләкәй генә заводтан башланған  медицина участогынын  бөгөн ҙур медицина учреждениеһы кимәленә етеүе, ошо йылдар эсендә  ябай сирҙәрҙе дауалауҙан алып әлеге ҡатмарлы операцияларҙы үткәреү барыһы ла Баймактың медицина тарихына  алтын хәрефтәр менән яҙылған. Был көньяҡ райондарҙың медицина тарихында ла  тәүге музей булып иҫәпләнде.
Әлбитә  эшселәр ҡасабаһында  тәүге медицина ярҙамын  күрһәтеү  Баймаҡтың бөгөнгө  механика һәм ҡойоу заводынан башланған. Әле лә  ҡалалағы иң ҡеүәтле предприятиеларҙың береһендә  медицина, социаль программалар  үҙ актуаллеген юғалтмаған.  Бында элеккесә сәләмәтлек  участогы бар, унда төрлө белгестәрҙең эшләүе  завод эшселәрен  беренсе медицина ярҙамынан айырмай.
Баймаҡ һаулыҡ һаҡлау системаһында 98 табиб эшләй. Уларҙың 9-ҙы Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы исемен йөрөтә. Көньяҡ райондарҙың үҙәктән алыҫ булыуы бында белгестәрҙең  яҡшыһын, ә  медицина ярҙамынын  юғары кимәлдә булыуын талап итә.  Бөтә ерҙәге кеүек кәрәкле кадрҙар проблемаһы,  алдынғы медицина  технологиялары менән тәьминиәт Баймаҡты ла урап үтмәй. Һунғы йылдарҙағы ҡаҙаныштарға килгәндә, «Глонасс» системаһын индереү, телемедицина технологияһын үҙләштереү,  компьютер томографияһын ҡуйыу, ҡайтанан  яңы бүлектәр асыу ошоларға инә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика