Башҡортостандың иң мәрхәмәтле дауаханаһы Стәрлетамаҡта

Башҡортостандың иң мәрхәмәтле дауаханаһы Стәрлетамаҡта 26.01.2016

Ҡаланың 1-се һанлы дауаханаһы табиптары һаулыҡ һаҡлау системаһын яңы кимәлгә күтәреү ниәте менән яна. Заманса медицина учреждениеһы тәү сиратта  пациенттарға  изгелеге, шәфҡәтле, рәхимле булыуы менән айырылып торорға тейеш, ти улар. Был башланғысты улар медицина учреждениеһында прокурор тикшереүенән һуң индерергә булған. Хоҡуҡ һаҡсылары дауаханала етешһеҙлектәр табып баш табипты вазифаһынан бушатҡас, коллектив хәлде тамырынан үҙгәртергә була. Улар фекеренсә, дауахана етәкселектең ҡырын эштәре  яуаплы түгел һәм абруйын һаҡлап ҡалырға тейеш.

Тыштан мәрхәмәтле дауахана башҡаларҙан бер ере менән дә айырылмай. Бар яңылыҡ дауалау учреждениеһының эсендә күренә. Ҡабул итеү бүлегенә инеү менән бында медицина хеҙмәткәрҙәренең үтә лә күп булыуы күҙгә ташлана. Беҙ һәр килгән кешегә айырым иғтибар бирергә тырышабыҙ, тип аңлата табиптар. Пациенттар бында ҡайҙа барырға белмәй этелеп-төртөлөп йөрөмәй. Һәр мөрәжәғәт итеүсегә айырым бер шәфҡәт туташы һәм процедураларҙы ла улар оҙатыуында үтәһең. Персонал яҡты йөҙлө һәм  мөмкин тиклем итәғәтле мөғәләмә итә.
Шулай ҙа заманса медицинала сирҙәр менән көрәшергә яҡты сырай ғына етмәй. Дауалау алымдарының, ҡорамалдарҙың да  тейешле кимәлдә булыуы шарт. Стәрлетамаҡтың 1-се һанлы дауаханаһы республикалағы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары төбәк үҙәктәренең береһе. Ул Стәрлетамаҡтан тыш эргә-тирәләге ете район һәм өс ҡаланы хеҙмәтләндерә. Медицина ҡорамалдары бында  һуңғы техник ҡаҙаныштарҙан һанала.
Ҡатмарлы операция алдынан пациент менән асыҡтан-асыҡ һөйләшеү ҙә мәрхәмәтлелектең бер алымы тип һанай табиптар. Хирург Эдгар Һаҙыев фекеренсә, сирле үҙе менән нимә эшләйәсәктәрен белергә тейеш. Пациент бында тәүҙә хирург менән аралаша һәм операция тураһында фильм ҡарай.
Медицина препараттарына ла дауахана үҙебеҙҙә етештерелгәндәргә өҫтөнлөк бирә. Импортты алмаштырыу сығымдарҙы экономиялау мөмкинлеге биргән.
Светлана Ардашова, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се һанлы дауаханаһының дарыухана мөдире: «Быға тиклем һатып алынған дарыуҙарҙың 50 проценты сит илдеке ине. Хәҙер Рәсәйҙә етештерелгән препараттар өҫтөнлөк итә. Киләсәктә үҙебеҙҙә етештерелгән дарыуҙарға ғына күсергә уйлайбыҙ. Улар бит сифат буйынса бер ҙә ҡалышмай,ә хаҡтары күпкә арзаныраҡ».
Экономияланған аҡсаны табиптар персоналдың хеҙмәт хаҡын арттырыуға, дауалауҙы артабан да камиллаштырыуға тотонорға иҫәп тота. Табиптарҙың да бит шәхси тормошо бар. Киләсәктә уларҙың социаль ихтыяждарын да экономияланған аҡсаларҙан сығып яҡшыртыу күҙаллана. Был башланғысҡа табиптар башҡа медицина учреждениеларының да ҡушылыуына өмөтләнә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика