Башҡортостандан дүрт табип Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында еңеүсе тип табылды

Башҡортостандан дүрт табип Бөтә Рәсәй һөнәри конкурсында еңеүсе тип табылды 14.06.2014

Иң яҡшы терапевт тип Стәрлетамаҡ ҡалаһының 1-се поликлиникаһы табибы Гөлнара Вәлиева танылһа, «Иң яҡшы уролог» номинацияһында икенсе урынды Өфөнөң тиҙ медицина ярҙамы дауаханаһының урология бүлеге мөдире Рифҡәт Сәхипов яуланы.

Отоларингологтар араһында Өфөнөң 13-сө клиник дауаханаһы белгесе Вера Комкова өсөнсө урынға лайыҡ булды. «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн» номинацияһында Белорет үҙәк район клиник дауаханаһы хирургы Александр Дубровин еңеүсе тип табылды. Бөтә Рәсәй конкурсында беренсе урынға - 500, икенсегә - 300, өсөнсө урынға 200 мең һум күләмендә матди дәртләндереү ҡаралған. Ә «Һөнәргә тоғролоҡ өсөн» номинацияһы еңеүсеһе 1 миллон һум күләмендә аҡса менән бүләкләнәсәк.

Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 
Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку