Башҡортостанда «Халыҡ сәләмәтлеге көндәре» профилактик акцияһы бара 28.05.2015

25 майҙан 29-на тиклем республика халҡы йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын иҫкәртеү буйынса бушлай табип тикшереүе үтә ала. Икенсе йыл рәттән уҙғарылған сараға белгес кәңәше алырға килеүселәр  арта ғына. Быны  ауырыуҙар күбәйеүе тип түгел, ә халыҡтың үҙ сәләмәтлегенә һаҡсыл ҡарай башлауы тип аңларға кәрәк, ти табиптар.

Сәләмәтлегегеҙгә зарланаһығыҙмы? Был көндә иң йыш яңғыраған һорау ошолор. Баш ҡаланың  Матросов паркында һәр мөйөштә тиерлек табиптарҙың ултырыуы һирәк күренеш. Дауаханаларҙан айырмалы асыҡ һауалағы поликлиникала байрам кәйефе хөкөм һөрә. Халыҡ та бында дауаланырға түгел, ә сирҙе алдан иҫкәртергә, сәләмәтлеген тикшертергә килә.
Халыҡты кардиологтар, эндокринологтар, онкологтар ҡабул итә. Табиптарҙың да ябайы түгел. Медицина өлкәһендә абруй ҡаҙанған тәжрибәле белгестәр. Тикшереү үтергә теләгән халыҡтан сират һуҙылыуы ла ошоға дәлил. Табиптар ҙа бөгөн ғәҙәттәгенән шәфҡәтлерәк. Һәр бер кешегә кәм тигәндә,  кәңәш менән  ярҙам итеп ҡалырға тырышты.
Сәләмәтлек көнөнөң маҡсаты халыҡтың йылдан-йыл йәшәрә барған йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарына иғтибарын көсәйтеү, сирҙе профилактикалау . Табиптар әйтеүенсә, тап ошо ауырыуҙарҙан үлем осраҡтары йышая һәм уны ваҡытында асыҡлау күпкә хәйерлерәк.
Халыҡ сәләмәтлеге көндәре сиктәрендә республикала мәҙәни һәм спорт саралары, медицина белгестәре өсөн ғилми-ғәмәли конференциялар, тәжрибә уртаҡлашыу өсөн түңәрәк өҫтәлдәр уҙғарыласаҡ. Райондарҙа ла баш ҡала белгестәре халыҡты ҡабул итәсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика