Башҡортостанда ашығыс ярҙам хеҙмәтенең берҙәм диспетчерлығын төҙөү ҡарала

Башҡортостанда ашығыс ярҙам хеҙмәтенең берҙәм диспетчерлығын төҙөү ҡарала 25.11.2015

Был үҙгәреш тиҙ ярҙам каретаһының пациентҡа барып етеү ваҡытын ҡыҫҡартып, медицина хеҙмәтенең сифатын яҡшыртасаҡ, ти белгестәр. Бөгөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығында буласаҡ диспетчер үҙәгенең проекты йәмәғәт тыңлауҙары үтте.

Тиҙ ярҙам медицинаһын үҙгәртеп ҡороу көн талабы. Республикала һәм тотош илдә халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. Был тәү сиратта сабыйҙар  һәм йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары менән яфаланыусыларҙың үлеменә бәйле. Медицина ярҙамы ваҡытында   күрһәтелгән осраҡта күңелһеҙ статистиканы бер аҙ кәметеп булыр ине, тип иҫәпләй тармаҡ белгестәре. Берҙәм диспетчер үҙәге ошо мәсьәләне хәл итеү маҡсатында ойошторола. Проекттың ыңғай яҡтары Белорет районы миҫалында асыҡ күренә. Тиҙ ярҙам саҡырыусы ике район сигендә йәшәй икән уға ҡайһы үҙәк  яҡыныраҡ  табиптар шунан ебәреләсәк. Быға тиклем ашығыс ярҙам райондың бер осонан икенсеһенә йөрөргә мәжбүр ине.
Әнүәр Бакиров, Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры: «Быға тиклем һәр райондың , төбәктең үҙ диспетчер пункты бар ине һәм ашығыс ярҙам да тап шул үҙәктән генә килде. Хәҙер иһә аҡ халатлыларҙы саҡырыусыға ҡайһы медицина учреждениеһы яҡын, табиптар шунан  киләсәк. Был инде ярҙам  килеү ваҡытын, үҙ сиратында үлемесле осраҡтарҙы ла кәметәсәк, тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика