Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектәге проекты дауам итә 07.05.2015

Бөгөнгө геройыбыҙ Шишмә районының Бабик ауылында йәшәүсе Азат Ишмырҙин. Өс йәшлек малай тыумыштан йөрәк сиренән яфалана. Баланың һаулығын Республиканың кардиология үҙәгендә яһалырға тейешле  операция ғына яҡшырта ала. Тик бушлай операция өсөн дә 200 мең һумлыҡ яһалма протез клапаны талап ителә. Был сумманы йыйырға ғаиләнең генә хәленән килмәй. Улар мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Ауыл ихатаһында өс йәшлек малай яңы спорт төрөн үҙләштерә. Кескәй уйынсы тупты таяҡ менән һуға. Азат әлегә уйындың атамаһын белмәһә лә командаһы бар - әсәһе менән апаһы. Шулай ҙа тиктормаҫ бала уйындан тиҙ арый, ул тын ҡыҫылыуҙан, башы әйләнеүҙән яфалана. Сөнки баланың йөрәге сирле. Диагноз  ике айлыҡ сағында уҡ ҡуйылған.
Белгестәр әйтеүенсә, кескәй Азаттың йөрәге дөрөҫ үҫешмәгән, һау кешеләрҙә мөһим ағза өс  аорта клапанлы булһа,  уныҡы икәү. Шунлыҡтан йөрәк тибеше ҙур ҡыйынлыҡ менән бирелә.
Руслан Туғыҙбаев, республика кардиология үҙәгенең йөрәк-ҡан тамырҙары хирургы:
«Өс йәшлек малай тыумыштан йөрәк сиренән яфалана. Уның бер клапаны дөрөҫ үҫешмәгән. Азат тулы тормош менән йәшәп китһен өсөн йөрәгенә операция эшләп протез беркетергә кәрәк».
Операция  бушлай. Тик протез өсөн 236 мең һум аҡса талап ителә. Ишмырҙиндарҙың аҡса табырлыҡ мөмкинлеге юҡ. Атай кеше яңғыҙ эшләгән ғаиләлә тағы ике бала үҫә. Әсәләре бер йәшлек сабыйҙы ҡараһа, Азалия ҡустыһы Азат менән һүрәт төшөрә, туғанына хәреф  өйрәтә.
Хәйриә акцияһына теләге булған һәр кем ҡушыла ала. Бының өсөн 5542 һандарына «ДЕТИ» һүҙен ебәреү шарт. СМС-хәбәр хаҡы - 75 һум. Хәбәрҙе  күп тапҡырҙар ебәрергә мөмкин, тик мобиль оператор аҡсаны күсереүҙе һорағанда раҫлау талап ителә. Күмәк көс менән беҙ малайға тулы тормош бүләк итә алабыҙ. Мәрхәмәтле булайыҡ!
Азат Ғәлиуллин

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика