Башҡортостан офтальмологияһының киләсәге Өфө күҙ ауырыуҙары институтында хәл ителде 06.02.2015

Илдең иң эре ғилми-тикшеренеү үҙәктәренең береһе менән бөгөн республика башлығы танышты.

Һуңғы йылдарҙа үҙәктә күҙгә операциялар яһау бер нисә тапҡырға артҡан. Урындағы офтальмологтар былтыр ғына 30 меңдән ашыу хирургик ярҙам күрһәткән. Ғалимдар кешеләрҙе дауалау менән бер рәттән, фәнде үҫтереүгә лә ҙур иғтибар бүлә. Бының өсөн медицина учреждениеһы  үҙенең етештереү базаһына эйә. Рөстәм Хәмитов беренселәрҙән булып уны киңәйтеү һәм импортты алмаштырыу мәсьәләһен  күтәрҙе.
Институт етәкселеге фекеренсә, бөгөн күҙ мөгөҙсәһе ауырыуын дауалау өлкәһендә импорт етештереүселәрҙе тулыһынса ҡыҫырыҡлап сығарыуға өлгәшелгән.   Өфөлә етештерелгән махсус аппараттар, материалдар һәм дарыуҙар Рәсәйҙең илленән ашыу ҡалаһында һатыла. Был институт  алып барған йүнәлештәрҙең береһе генә.  Урындағы продукция сит ил аналогтары менән сағыштырғанда, сифаты яғынан да, хаҡы буйынса ла күпкә отошло. Республика ғалимдары етештереү базаһын тағы ла үҫтерергә ниәтләй.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика