Башҡортостан киҙеү миҙгеленә әҙер 19.01.2016

Быйыл сирҙең иң ҡоторған мәле февраль аҙағы, март баштарына тура килер тип көтөлә. Республикала әлегәсә грипп йоҡтороп дауаханаларға мөрәжәғәт итеүселәр булмаған. Шулай ҙа вакцинация әүҙем алып барыла.

Шулай ҙа Украиналағы халыҡта сусҡа киҙеүе тип йөрөтөлгән  А Н 1 N 1 штаммының ҡотороуы халыҡты борсоуға һала. Был йоғошло ауырыу Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә лә теркәлде. Хатта, үлемесле осраҡтар ҙа бар. Киҙеү күрше өлкәләрҙә лә теркәлде. Башҡортостан эпидемиологтары киҙеүҙе сикләү буйынса барыһын да эшләй. Быйылғы вакциналар гриптың төрлө штамдарына ҡаршы тора алырлыҡ. Ләкин халыҡ үҙе лә иғтибарлыраҡ һәм үҙ үҙенә һаҡсыл булырға тейеш. Ваҡытында вакцинация эшләтеү, кеше күпләп йөрөгән урындарҙан ситтәрәк тороу һәм башҡа саралар күреү мотлаҡ.
Дамир Вәлишин, Башҡортостан һаулыҡ һаҡлау министрлығының йоғошло ауырыуҙар буйынса штаттан тыш баш белгесе: «Башҡортостанда әлегәсә киҙеү йоҡтороу осрағы теркәлмәгән. Әммә  йылдағыса гриптың таралыуын тулыһынса сикләү мөмкин түгел. Шулай ҙа һаҡланыу сараларын оноторға ярамай. Вирус һауа аша тарала һәм шуға ла кеше күпләп йөрөгән урындарҙа һирәк булығыҙ. Әгәр мотлаҡ барырға кәрәк икән битлек кейергә онотмағыҙ. Вакцина яһатыу, халыҡ медицинаһы ла ярҙам итер. Әгәр инде үҙегеҙҙе насар тоя башлаһағыҙ тиҙ арала табиптарға мөрәжәғәт итегеҙ. Киҫкенләшкән осраҡта бер генә вирустың да эҙһеҙ үтмәүе билдәле».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика