Башҡортостан кардиохирургтары яңы алымдар үҙләштерә 28.01.2015

Республиканың кардиология үҙәгендә уникаль операция яһалды. Аорта киңәйеүен хәҙер гибрид операция ярҙамында эшләйәсәктәр. Йәғни, күкрәк ҡыуышлығы скальпель ярҙамында киҫелһә, йөрәккә, ҡан тамырҙары аша, нескә ҡылдар ярҙамында үтеп инәләр. Быға тиклем был ҡурҡыныс ауырыуға тик скальпель ярҙамында ғына операция яһау мөмкин ине. Эндоскоп ҡулланыу йөрәк сирен күпкә яҡшыраҡ дауалау мөмкинлеге бирәсәк, ти белгестәр.

Аорта киңәйеүе йөрәк ауырыуҙарының иң ҡурҡынысы һанала. Был сирҙе алдан асыҡлау бик ауыр, ти табиптар. Ауырыу үҙен белдерһә тиҙ арала операция талап ителә. Тап шуның өсөн дә аорта киңәйеүе йыш ҡына үлемесле тамамлана. Ҡан баҫымын тота алмай тамырҙарҙың  шартлауы ихтимал.
Ирина Николева, республика кардиология үҙәге баш табибы: «Аорта киңәймәйенсә ауырыуҙың бер ниндәй ҙә билдәләре юҡ. Шуға күрә алдан асыҡлау ҙа мөмкин түгел. Был ауырыуға операция яһау ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә башҡарыла һәм үлемесле осраҡтар ҙа күп. Был иһә табиптарҙың ауырыуҙы белмәүе түгел, ә кешеләрҙең бик һуң мөрәжәғәт итеүенә, профилактика үтмәүенә бәйле».
Был ауырыу кешенең йәшен һорап тормай. Үҙен һаумын тип иҫәпләгән кешеләрҙә, хатта спорт менән шөғөлләнеүселәрҙә лә барлыҡҡа килеүе ихтимал. Уникаль операцияның тәүге пациенты ла сәләмәт тормош алып барған кешеләрҙең береһе. Йөрәк ауырыуҙары бер ваҡытта ла белгертмәгән. Табиптар ҡулына ул бик һуң ғына килеп эләгә. Хирургтар ашығыс рәүештә яңы алым ҡулланырға ҡарар итә.
Богдан Олейник, республика кардиология үҙәгенең хирургия буйынса баш табып урынбаҫары: «Элек был операцияны скалпель ярҙамында күкрәкте лә ,аортаны ла ярып башҡара инек. Хәҙер иһә ҡан тамырҙарын ярмайбыҙ. Киңәйгән ергә нескә ҡылдар аша үтеп инеп протез урынлаштырабыҙ. Селтәр рәүешендә яһалған протез киңәйгән ҡан тамырын баҫымдан һаҡлап торасаҡ».
Тәүге операция уңышлы үтте, ти табиптар. Әммә пациентҡа аяҡҡа баҫыу өсөн бик оҙаҡ ваҡыт талап ителә. Был иһә табиптарға бик һуң мөрәжәғәт итеү һөҙөмтәһе.
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика