Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында уникаль операция яһалды 19.06.2014

Махсус ҡоролма ярҙамында Санкт Петербург һәм Германия хирургтары үпкә эмфиземаһы менән сирләгән пациентҡа ғүмер бүләк итте. Башҡортостан табиптарына оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.

Махсус ҡоролма ярҙамында Санкт Петербург һәм Германия хирургтары үпкә эмфиземаһы менән сирләгән пациентҡа ғүмер бүләк итте. Башҡортостан табиптарына оҫталыҡ дәрестәре лә ойошторолдо.

Кисә генә махсус дарыуҙарһыҙ яҡшылап тын да ала алмаған Әлтәф Ғәзизовтың бөгөн кәйефе күтәренке. Уникаль операция уның үпкәһенә эшләнгән. Әле үпкә эмфиземаһы менән сирләгән уҙамандың хәле тотороҡланған. Яҡын арала уны дауахананан сығарыуҙары ла ихтимал.
Был операция Башҡортостанда беренсе тапҡыр эшләнде. Уны махсус рәүештә Санкт-Петербургтан һәм Германиянан килгән хирургтар үткәрҙе. Улар республика табиптарына оҫталыҡ дәресе лә күрһәтте. Операция барышы видеокамераға төшөрөлдө, уны республика белгестәре лекциялар залында күҙәтте. Санкт-Петербург профессоры Андрей Акопов әйтеүенсә, бер йыл эсендә бындай операция тиҫтәгә яҡын пациентҡа эшләнгән.
Андрей Акопов, Санкт-Петербург пульмонология ғилми тикшеренеүҙәр институтының үпкә хирургияһы лабораторияһы етәксеһе: «Пациенттарҙың күбеһенең хәле күҙгә күренеп яҡшырҙы. Әммә операция һөҙөмтәһеҙ булған осраҡтар ҙа булды. Ләкин был ысул Рәсәйгә яңы килде. Уны үҙләштереүҙе дауам итәбеҙ. Шуныһы мөһим, әлеге операция киләсәктә үпкәне күсереп ултыртыуҙы алыштырыуы мөмкин».
Был ысул донъя медицинаһында 7 -8 йыл элек барлыҡҡа килгән. Уның ярҙамында пациенттарҙың күкрәк ситлеген асмайынса, тын юлдарына көпшәләр индереп операция эшләргә мөмкин. Республикала үпкә сирҙәре менән йылына ғына 100 меңдән ашыу кеше теркәлә. Шуға ла киләсәктә был ысулды үҙләштереү беҙҙә лә көнүҙәк ти табиптар.
Әлеге ваҡытта белгестәр операция эшләүҙең үҙенсәлектәрен өйрәнә. Шуға ла яңы ысул менән дауалауҙың ҡасан яйға һалыныры билдәһеҙ. Бынан тыш, Башҡортостанда операция эшләү ҡоролмаһы - бронхоэндоскоп тик берәү генә. Һәм уның хаҡы 12 миллион һум.
Рәшит Тайбугин


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика