Баш ҡалала яңы гемодиализ үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Баш ҡалала яңы гемодиализ үҙәге барлыҡҡа киләсәк 01.08.2014

Медицина учреждениеһы асылыуы төбәктә яһалма бөйөргә мохтаж булыусылар проблемаһын тулыһынса хәл итәсәк, ти белгестәр. Әле республикала егерме диализ үҙәге эшләй. Уларҙың дүртеһе Өфөлә. Яңы дауалау учреждениеһы  2016 йылда эш башлар тип көтөлә. Бөгөн үҙәктең тәүге нигеҙ ташы һалынды. Зорге һәм Шәфиев урамдары киҫелешендә урынлашасаҡ диализ үҙәге 3 мең квадрат метрҙы биләйәсәк. Дауалау үҙәге 40 яһалма бөйөр ҡоролмаһы менән йыһазландырыла һәм көнөнә өс йөҙҙән ашыу кешене ҡабул итә аласаҡ. Медицина учреждениеһы быға тиклемгеләре кеүек үк шәхси эшҡыуарлыҡ һәм дәүләт хеҙмәттәшлеге һөҙөмтәһе. Ауырыуҙарҙы бында шулай уҡ бушлай ҡабул итәсәктәр.

Лилиә Ғүмәрова, Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры урынбаҫары: «Диализ үҙәгендә дауалау менән инвесторҙар үҙҙәре шөғөлләнәсәк, ә күрһәтелгән хеҙмәттәрҙе республика хөкүмәте компенсацияласаҡ. Төҙөлөшкә өс йөҙ миллион һум аҡса тотоноласаҡ һәм ул да ике яҡлы дөйөм көс менән башҡарыласаҡ. Республика ер бүлеү, коммуникациялар үткәреүҙе үҙ өҫтөнә алһа, инвесторҙар төҙөлөш эштәре башҡарып ҡоролмалар менән тәьмин итәсәк».
Республикала ете йөҙҙән ашыу кеше бөйөр ауырыуҙары менән яфалана. Улар даими рәүештә яһалма бөйөр ҡоролмаларында ҡан таҙартып торорға мәжбүр. Диализ үҙәктәре етешмәү проблемаһы хәл ителгән тиерлек, әммә белгестәргә ҡытлыҡ киҫкен ҡала. Яңы гемодиализ үҙәгендә методик бүлек тә эшләйәсәк.
Юрий Кандалов, «Нефро-Лига» йәмәғәт ойошмаһы президенты: «Сит илдән килтерелгән яһалма бөйөр ҡоролмаларында эшләүсе белгестәр мәсьәләһе киҫкен тора. Беҙҙең табиптар Ҡазан, Санкт-Петербург һәм сит ил ҡалаларына барып уҡып ҡайта. Яңы диализ үҙәге асылыу менән был проблема хәл ителер, тип ышанам. Методик бүлектә табиптар белемдәрен камиллаштыра аласаҡ».
Айнур Кәбиров

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку