Баш ҡалала Шос һәм БРИКС ойошмаларына ингән илдәр ҡатнашлығында Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы башланды

Баш ҡалала Шос һәм БРИКС ойошмаларына ингән илдәр ҡатнашлығында Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы башланды 28.05.2015

Күләмле форум Рәсәй - Ҡытай медицина университеттары ассоциацияһы  ултырышы менән асылды. Унда Көнсығыш Азия илдәре менән Рәсәйҙең төрлө юғары уҡыу йорттары белгестәре, студенттар ҡатнашты.

Һаулыҡ һаҡлау аҙналығын асып республика етәксеһе тармаҡ белгестәрен иң прогрессив кешеләр булыуын белдерҙе. Технологиялар үҫешкән мәлдә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә лә һөнәр камиллаштырыу  йәһәтенән етди эшләргә кәрәк. Сөнки иҡтисади үҫешкән, ҡеүәтле ил нигеҙе - ул тәү сиратта  кеше сәләмәтлеге. Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүгә   50 миллиард һум ға яҡын аҡса бүленә. Маҡсат  халыҡтың уртаса йәшәү ваҡытын 70 йылға еткереү, тине төбәк етәксеһе.
Ултырышта ике яҡ араһында медицина өлкәһендә белем камиллаштырыу буйынса хеҙмәттәшлек юлдары  ҡаралды. Студенттарға  ошонда уҡ төрлө илдәрҙең заманса медицина ҡорамалдары менән танышыу, виртуаль операциялар яһап ҡарыу бәхете лә тейҙе.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика