Баш ҡалала хирург-офтальмологтар өсөн тәжрибә туплау үҙәге барлыҡҡа килде

Баш ҡалала хирург-офтальмологтар өсөн тәжрибә туплау үҙәге барлыҡҡа килде 06.11.2014

Уҡытыу лабораторияһы Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институты нигеҙендә асылды. Был үҙәк офтальмохирург әҙерләү һәм уның операция эшләү тәжрибәһен бәйләүсе этап булып тора. Быға тиклем республика табиптары күҙгә операция эшләү алымдарына Мәскәү һәм башҡа ҙур ҡалаларҙа ғына өйрәнә ине. Лаборатория - Башҡортостанда  офтальмологияны үҫтереүгә ҙур бер аҙым, ти белгестәр.

Күҙ тоноҡланыуын дауалау табиптарҙан үтә лә теүәллек һәм тәжрибә талап итә. Катарактаны алыу буйынса операцияға рөхсәтте  хирургтар ярайһы уҡ тәжрибә туплағас ҡына  ала. Бигерәк тә йылдам үҫешкән технологиялар заманында. Һәр яңы ҡорамалды үҙләштереү табиптар өсөн имтиханға тиң. Хирургтар күнегелгән эшенә ҡайтанан өйрәнә, тиергә лә мөмкин.
Заманса ҡорамалдар бар, ә унда эшләүсе белгестәр етешмәй. Йылдам үҫешкән медицина өлкәһендә был һүҙҙәр йыш ишетелә. Офтальмологияны ла был күренеш  урап үтмәгән. Күҙ ауырыуҙарын дауалау ҙа хәҙер юғары технологиялы ҡорамалдар ярҙамында башҡарыла. Әммә уны тулыһынса үҙләштергән белгестәр генә етешмәй. Быға тиклем табиптар теүәл аппараттарҙа эш итеү серҙәрен илдең баш ҡалаһына барып өйрәнә ине. Яңы лабораторияның сафҡа инеүе был этапты күпкә тиҙләтер тип көтөлә.
Лабораторияла уҡытыу процесы тәжрибәле хеҙмәттәштәр менән онлайн режимда алып барыла. Ҡара ҡылауҙы алыу мәле тура мониторға сығарыла. Белгестәр өйрәнсектең хаталарын шунда уҡ күреп, төҙәтеп  бара. Тап ошо ысул ғына ысын операция мәлендә хаталар ебәреүҙе сикләй. Ике аҙна эсендә лаборатория уҡыусылары оҫталыҡ арттырыу тураһында сертификат алып сыға.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку