Бөгөн Рәсәйҙә иммунизация аҙналығы башланды

Бөгөн Рәсәйҙә иммунизация аҙналығы башланды 20.04.2015

Был сара Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы тәҡдиме менән унынсы  йыл рәттән ойошторола. Акцияның төп маҡсаты - халыҡты прививка яһатыуға йәлеп итеү һәм мөмкин тиклем йоғошло ауырыуҙарҙы булдырмау һәм кәметеү. Вакцина эшләтеүгә йәмғиәттә ике төрлө ҡараш йәшәп килә. Прививка эшләтергәме юҡмы?

Өфөлә йәшәүсе Жәүит Яҡупов бар ауырыуҙы ла профилактик саралар ярҙамында еңә. Иң мөһиме, алдан хәстәрлек күреү. Гриппҡа ҡаршы прививка  башланыу менән вакцина эшләтәм, ти ул.
Йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы әлеге көндә 12 төр вакцина эшләнә. Прививкаларҙың ғүмерҙә бер генә эшләнә торғандары һәм даими яһата торғандары бар. Яңы вакциналарҙың береһе- балаятҡы муйынтығы яман шешенә ҡаршы. Уны ҡыҙ балаға ун ике йәш тулғас эшләтергә була.  Медицина хеҙмәткәрҙәре, яланда, урманда эшләгән кешеләр ҡайһы бер прививканы мотлаҡ эшләтергә тейештәр. Мәҫәлән, талпан энцифалитеты, сысҡан биҙгәгенән. Вакцина кеше ғүмерен һаҡлап ҡала.Тик был процедураның  сәләмәтлеккә  кире йоғонтоһо булған осраҡтар тураһында ла ишетелеп тора. Сережа Вяткин һап-һау бала булып донъяға килә. Әммә туғыҙ айлыҡ сағында  прививка яһатҡандан һуң уның үҫеше тотҡарлана. Бала үҙ-үҙенә бикләнә. Медицина комиссияһы үткәндән һуң уға инвалидлыҡ диагнозы ҡуйыла.
Анна Вяткина, Сергей Вяткиндың әсәһе: «Баланың һаулығындағы үҙгәреште прививканан күрәм. Йыл буйы иланым инде».  
Вакцинаны һәр организм төрлөсә ҡабул итә.  Белгестәр  прививка эшләтер алдынан баланың һаулығын ныҡлы тикшертергә кәңәш итә. Вакцина препараттарын  һаҡлау ҡағиҙәләрен боҙғанда йә башҡа сәбәптәр арҡаһында уның кире йоғонтоһо булыуы мөмкин ти, табиптар. Һәр хәлдә, һуңғы йылдарҙа вакцинанан баш тартыусылар ҙа бар.Ә йоғошло сирҙәрҙең күбеһе үлемгә килтерә. Сит  яҡтарҙан күсеп килеүселәр, йә  билдәле бер урында даими йәшәмәгәндәр вакцина яһатмай. Йәмәғәт урындарында  уларҙан сир йоҡтороу ҡурҡынысы бар. Республикала йыл һайын ике миллионға яҡын кешегә прививка яһала. Иммунизация  ярҙамында ҡайһы бер ауыр сирҙәрҙең кәмеүе күҙәтелә, ти белгестәр.    
Рафаил Яппаров, Спид һәм йоғошло ауырыуҙарҙы иҫкәртеү һәм уларға ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы: «Прививка яһатыу һөҙөмтәһендә һуңғы йылдарҙа дифтерея, һын ҡатыу, ҡотороу кеүек сирҙәр юҡ кимәлендә. «Б» вируслы гепатит сиренән интегеүселәр һаны 300 тапҡырға кәмене. 2006 йылдан бирле «Сәләмәтлек» милли проекты ярҙамында күләмле  иммунизация бара һәм уның ярҙамында йоғошло сирҙәр менән көрәшеү уңышлы эшләй».  
Ольга Брайцара- эшҡыуарлыҡ өлкәһендә уңыш ҡаҙанған бәхетле ханымдың яҙмышын бер кес кенә бөжәк  хәл итә. Талпан энцефалиты арҡаһында ул ғүмерлеккә түшәктә ятырға мәжбүр.  «Һаҡланғанды – һаҡлармын» тип юҡҡа ғына әйтмәгәндәр, сәләмәтлек хаҡында алдан хәстәрлек күреү ғүмерҙе оҙонайта.
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика