Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор Наил Ғатауллиндың арабыҙҙан китеүенә бер йыл

Бөгөн Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре, медицина фәндәре докторы, профессор Наил Ғатауллиндың арабыҙҙан китеүенә бер йыл 26.04.2016

Наил Ғәйнат улы республикала беренсе тапҡыр тәүгеләрҙән булып йөрәккә операция яһай. Тап уның етәкселегендә төбәктә Йәрәк, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм күкрәк хирургияһы үҙәге булдырыла.  

Хәҙер Башҡортостан кардиохирургтары меңдәрсә кешенең ғүмерен ҡотҡара. Ә был ҡатмарлы операцияны республикала тәүгеләрҙән булып  1959 йылда Наил Ғатауллин эшләгән. Ул яһалма ҡан әйләнеше булдырыу, йөрәк  клапандарын протезлау буйынса тәүге операциялар үткәрә. Республика кардиохирургияһының хәҙерге ҡаҙаныштары  нигеҙендә  тап уның фиҙаҡәр хеҙмәте ята. Наил Ғәйнат улы 1928 йылда Дәүләкән районында тыуған. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы фондында уның Суйынсы ауылында бынан егерме йыл элек  Шәжәрә байрамында төшөрөлгән тапшырыуҙа биргән әңгәмәһе һаҡлана.
Наил Ғатауллин  Башҡортостанда хирургия мәктәбен ойоштора. Был өлкәгә  яңы алымдар индереү өҫтөндә эшләй. Туплаған бай тәжрибәһен  хеҙмәттәштәре менән уртаҡлаша.  Уның етәкселегендә баш ҡаланың 6-сы дауаханаһы нигеҙендә Республиканың йөрәк, ҡан тамырҙары һәм күкрәк хирургияһы үҙәге булдырыла. Уҡыусылары Наил Ғәйнат улын талантлы педагог, белемле остаз, ихлас, ғәҙел һәм оло йөрәкле  кеше  булараҡ иҫкә ала.  
Владимир Плечев, Башҡортостандың баш кардиохирургы: «Башҡортостанда йөрәккә тәүге операцияларҙы ул яһаны. Ә ундай операциялар бик күп булды.  Кардиохирургияла ғына түгел, Башҡорт дәүләт медицина университеты кафедраһында дөйөм хирургия, травмотология, нейрохирургия, балалар хирургияһы, травматология булһынмы - бөтә өлкә өсөн дә Наил Ғәйнат улы профессорҙар әҙерләне. Уның  Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен үҫтереүҙәге  хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ».
Өфөнөң 6-сы дауаханаһында Наил Ғатауллиндың  музейы бар.  Кабинетында уның  эш өҫтәле, китаптары һәм башҡа йыһаздар шул килеш һаҡланған.  Табиптың  алтын ҡулы ҡатмарлы операцияларҙан  буш ваҡытта  ижад әҫәрҙәре тыуҙырған. Стенала билдәле шәхестәрҙең, яҡындарының һүрәттәренән күргәҙмә.  
Хәҙер йөрәк күсереп ултыртыу, йөрәк тибеше  ритмдарының боҙолоуын дауалау һәм башҡа уңышлы операцияларҙы Наил Ғатауллиндың уҡыусылары башҡара.  Республиканың баш кардиохирургы  Владимир Плечев  етәкселегендә улар  фәнни-тикшеренеүҙәр үткәрә, патенттар яулай. Наил Ғатауллиндың  йөрәге тибеүҙән туҡтағанға бер йыл, ә шәхес  хаҡында яҡты  иҫтәлек уның ярҙамында иҫән ҡалған йөрәктәрҙә һаҡлана.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика