Бөгөн Өфөлә «Йәмғиәттең психик сәләмәтлеге - хәҙер һәм киләсәк» исеме аҫтында социаль психиатрия һәм наркология  буйынса алтынсы милли конгресс асылды 18.05.2016

Ул 20 майға тиклем дауам итә.  Форумды Психиатрия һәм наркология буйынса Владимир     Cербский исемендәге федераль медицина тикшеренеү  үҙәге Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә үткәрә. Конгреста донъяның 71 субъекты ҡатнаша.  Башҡортостан,  Мәскәү, Санкт-Петербург,  Италия, Германия,  Молдовия, Тажикстан һәм  донъяның башҡа төбәктәре   ғалимдары,  психиатрҙары, наркологтары фекер алыша.

Зураб Кекелидзе, Рәсәй һаулыҡ һаҡлау һәм социаль үҫеш министрлығының баш психиатры: «Башҡортостанда психиатрия хеҙмәте илдә үрнәк булырҙай. Был йәһәттән тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы итеп Өфөнө һайлау осраҡлы түгел. Ғөмүмән, баланың психик сәләмәтлеге тураһында  буласаҡ ата-әсә ЗАГС-ҡа ғариза биргәнсе үк уйланырға тейеш. Сабый  тыуғас та уның психик сәләмәтлеге күҙәтеү аҫтында булырға тейеш. Ә 3 йәше тулғанды, һөйләшә башлағанын көтөргә түгел. Беҙ мәктәптә 3-сө синыфта психология фәне индереү кәрәклеге  тураһында ла һүҙ алып барабыҙ».
Пленумда билдәләнеүенсә,  аҡыл етешһеҙлегенән интегеүселәрҙең һуңғы ун йыллыҡта кәмеүе күҙәтелә. Атап әйткәндә, ул  34,5 процентҡа әҙәйгән.  Тик йәмғиәттә наркотиктар, спайс һәм башҡа тыйылған матдәләр ҡулланыу осраҡтары артҡан һайын  был сирҙең киҫкенләшеүе  күҙәтелә. Һөҙөмтәлә тағы бер афәт- суицид осраҡтары йышая. Шулай уҡ шәкәр диабеты,  яман шеш кешенең психик һаулығын ҡаҡшата.  Был проблемалар  бер-береһенә тығыҙ бәйле һәм шуға ла уны хәл итеү юлдарын бергәләп эҙләү мөһим. Башҡортостанда был йүнәлештә   Республика психотерапия  клиник үҙәге менән 1-се республика психиатрия дауаханаһы эшләй.
Мэтт Мьюджин, Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының психологик  сәләмәтлек программаһы етәксеһе: «Беҙ  Рәсәй ғалимдары менән тығыҙ бәйләнештә эш алып барыуҙы дауам итәсәкбеҙ. Сит ил ғалимдары    тәжрибәһе Рәсәй психиатрҙарына  психик  сирлеләрҙе дауалауҙа  ярҙам итер,  тип уйлайым».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика