Бөгөн Өфөлә һаулыҡ һаҡлау аҙналығы сиктәрендә  Халыҡ-ара стоматологтарҙың фәнни-ғәмәли кәңәшмәһе асылды, ул ике көн дауам итә 29.05.2015

Республиканың стоматологтар ассоциацияһы ярҙамында ойошторолған  конференция быйыл  22-се тапҡыр үтә. Сарала Башҡортостан төбәктәренән, Мәскәү, Ырымбур,  Һамар, Екатеринбург,Ҡазан  ҡалаларынан, Үзбәкстандан  стоматологтар ҡатнаша. Теш табиптары докладтар менән сығыш яһай, оҫталыҡ дәрестәре үтә, тәжрибә менән уртаҡлаша.

Ете йәшлек Тимур  стоматолог бүлмәһендә тәүгә түгел.  Бала  үҙен тыныс тота, бор машинаһы, инструменттарҙан ҡурҡмай. Дауалау бер ниндәй ауыртыуһыҙ башҡарыла.  Табип уға тештәрҙе дөрөҫ  тәрбиәләргә кәрәклеген аңлатты. Тештәрҙе нисек һаҡларға, дауаларға,  заманса  алымдарҙы ҡулланырға? Ошо   һорауҙар һәм был  өлкәләге актуаль мәсьәләләр тураһында фекер алышырға  доньяның төрлө төбәктәрендә эшләүсе стоматологтар Башҡортостанға йыйылды. Өфө  стоматологтар өсөн Мәккәгә әүерелгән, тиһәң дә хата булмаҫ, сөнки тап беҙҙә был өлкәлә яңы алымдар менән эшләү уңышлы алып барыла. Тиҙҙән республикала  имплантация  материалдары етештерелә башлаясаҡ.
Халыҡ-ара фәнни-ғәмәли кәңәшмә 22- се тапҡыр үтә. Уның  сиктәрендә оҫталыҡ дәрестәре лә уҙғарыла. Табиптар яңыса эшләргә  өйрәнә, тәжрибә уртаҡлаша.
Стоматологияла быуаттың иң ҡурҡыныс сире - яман шеште иҫкәртеү, йөҙ-яңаҡ хирургияһында 3 Д технологияларын ҡулланыу тураһында докладтар уҡылды.  Үзбәкстан вәкиле «Тыныс тормошта атыу ҡоралынан яраланған йөҙ-яңаҡ өлкәһен дауалау” темаһы менән сығыш яһаны. Был йүнәлештә  республикала Винер Ғафаров эшләй. Конференция ул   1-се дәрәжә «Стоматология өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн» ордены менән наградланды.
Сифатлы материалдар, заманса инструменттар менән ныҡ боҙолған тештәрҙе лә дауалау, һаҡлау, һынғандарын тергеҙеү мөмкинлеге бар хәҙер. Һурып ташланған теш урынына  өр-яңыһын  ҡуйыуҙы ҡыҫҡа ваҡыт эсендә башҡарыу ҙа хыял түгел, ә ысынбарлыҡ.  
Маматхон Убайдуллаев, медицина фәндәре докторы, профессор  /Үзбәкстан/: «Үзбәкстанға Башҡортостандан ғалимдар килеп лекциялар уҡып тора. Кәңәшмәлә йыл да ҡатнашабыҙ. Тығыҙ бәйләнеш яңы технологияларҙы үҙләштерергә булышлыҡ итә».
Галина Ронь, Урал дәүләт медицина университеты профессоры /Екатеринбург/:
«Ошондай хеҙмәттәшлек яҡтар өсөн  бик отошло. Башҡортостанда етештерелгән препараттарҙың береһе Рәсәйҙә киң ҡулланыла, уның  буйынса беҙҙә ике табип диссертация яҙҙы».
Тап ошондай тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны республика һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең үҫешенә булышлыҡ итә. Һәр кемгә   йылмайыу бүләк итеү өсөн Башҡортостан табиптары  яңынан-яңы асыштар юлында.  
Рәмилә Исмәғилева

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика