Бөгөн Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә академик Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталдә Владимир Петров һәм Рөстәм Нәбиев, уларҙың ата-әсәләре менән осрашты

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Мәскәүҙә академик Бурденко исемендәге хәрби клиник госпиталдә  Владимир Петров һәм Рөстәм Нәбиев, уларҙың ата-әсәләре менән осрашты 25.08.2015

Һалдаттар Омскиҙа казарма емерелеү һөҙөмтәһендә зыян күргәйне.  Был Рөстәм Хәмитовтың дауалау үҙәгенә икенсегә килеүе.  Бер ай элек үткән осрашыуҙан һуң десантсылар хәле күҙгә күренеп яҡшырған. Госпиталдә улар юғары квалификациялы медицина ярҙамы ала. Табиптар Владимир Петровтың хәле ҡәнәғәтләнерлек тип иҫәпләй. Уның республика башлығы менән осрашыуы госпиталь паркында үтте.

Ә бына Рөстәм Нәбиевты күптән түгел реанимациянан хирургия бүлегенә күсергәндәр. Әммә уға әлегә урамға сығырға кәңәш ителмәй.  Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 13 июлдә төнгө сәғәт бер тирәһендә Омск өлкәһендә Һауа десанты ғәскәрҙәренең уҡыу үҙәге казармаһының стенаһы һәм ҡыйығы емерелеп төштө. Был ваҡытта бинала 300-ҙән ашыу кеше булған. Һөҙөмтәлә 19 кеше яраланды, 23 һалдат, шул иҫәптән Башҡортостандан хәрби хеҙмәткә саҡырылған биш егет һәләк булды. Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән һәләк булған һалдаттарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү өсөн республика бюджетынан 5 миллион һум аҡса бүленде.  Шулай уҡ зыян күргән һалдаттарҙы дауалауға ла аҡса бүлеү ҡарала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика