Бөгөн - Бөтә донъя донорҙар көнө

Бөгөн - Бөтә донъя донорҙар көнө 14.06.2014

Ул 2005-се йылдан алып билдәләнә һәм йыл һайын айырым девиз аҫтында үтә. Быйыл Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы донорҙарҙы әсәләр ғүмерен һаҡларға саҡыра. Көн һайын Ер йөҙөндә бала табыусы 800-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ күп ҡан юғалтыуҙан һәләк була. Донъяла көнөнә 85 миллион кеше ҡан тапшыра. Шулай ҙа белгестәр билдәләүенсә, етерлек кимәлдә хәүефһеҙ ҡан запасы менән тәьмин итеү проблемаһы күп илдәрҙә хәл ителмәгән.

Ул 2005-се йылдан алып билдәләнә һәм йыл һайын айырым девиз аҫтында үтә. Быйыл Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы донорҙарҙы әсәләр ғүмерен һаҡларға саҡыра. Көн һайын Ер йөҙөндә бала табыусы 800-гә яҡын ҡатын-ҡыҙ күп ҡан юғалтыуҙан һәләк була. Донъяла көнөнә 85 миллион кеше ҡан тапшыра. Шулай ҙа белгестәр билдәләүенсә, етерлек кимәлдә хәүефһеҙ ҡан запасы менән тәьмин итеү проблемаһы күп илдәрҙә хәл ителмәгән.

Республика ҡан тапшырыу станцияһында был көндә халыҡ айырыуса күп. Кеше ғүмерен ҡайғыртып килеүселәр араһында йәштәр ҙә бар. Юл-транспорт фажиғәһендә зыян күреүселәр, онкология ауырыуҙары менән яфаланыусылар, һәм башҡа ауыр сирлеләр, операция үткәреүселәр даими рәүештә плазмаға мохтаж. Ихтыяж алға киткән илдәрҙә лә юғары. Донорҙың «ирекле» һәм «түләүһеҙ» булыуы хәлде еңеләйтә ти белгестәр.
Оло кешелә 5 литрҙан ашыу ҡан бар. Донорҙың хәл-торошона ҡарап, 350-450 мл тирәһе ҡан алына. Ирҙәргә йылына 5, ҡатын-ҡыҙҙарға 4 тапҡыр ҡан тапшырырға мөмкин. 18 йәше тулған һәр кем донор була ала. 40 тапҡыр ҡан һәм 60 тапҡыр плазма биреүселәргә «Почетлы донор» исеме бирелә. Башҡортостанда был маҡтаулы исемде 10 меңдән ашыу кеше йөрөтә. \
Донор булыу бѳтә ауырыуҙар ѳсѳн дә профилактик сара тип билдәләй белгестәр. Әүҙем ҡан тапшырыусылар йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәре менән һирәк ауырый, ҡан юғалтыуҙы еңел кисерә. Донорҙың иммунитетты нығый. Статистика мәғлүмәттәре буйынса, йыш ҡан тапшырыусылар 5 йылға күберәк йәшәй. В һәм С гепатиты менән ауырыған, туберкулез, наркология һәм тире-венерология диспансерҙарында иҫәптә тороусы кешеләрҙән ҡан ҡабул ителмәй.
Анатолий Андреев, ҡан тапшырыусы: «Минең ҡан тапшырыуыма егерме йыллап булалыр. Нисектер өйрәнелгән, ваҡыты еттеме бында тартып торғандай хатта. Был изге эш донор өсөн дә ҙур файҙа бит. Бушлай анализ үткәрелә. Cәләмәтлектә берәй тайпылыш була ҡалһа, табиптар шунда уҡ хәбәр итә».
Шуныһы ҡыуаныслы, Совет заманындағы ташламалар менән ҡулланыу бөтөрөлһә лә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға теләүселәр кәмемәй. Һаулығы булған һәр кем ғүмерендә бер генә тапҡыр ҡан тапшырһа ла был тотош бер ғүмерҙе һаҡлап ҡалыуға тиң. Ҡанды яһалма ысул менән бер нисек тә етештереп булмай. Шуға уның һәр тамсыһы ҡәҙерле.
Рәмилә Исмәғилева


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку