Аяҡ лимфостазы һирәк осрай торған сир

Аяҡ лимфостазы һирәк осрай торған сир 20.08.2015

Аяҡ шешеүе, ҙурайыуы хәрәкәткә ҡамасаулай. Матур, һау, төҙ аяҡтар хаҡында хыялланырға ғына ҡала. Ауырыуҙарға был сирҙе еңеү өсөн рух ныҡлығы ла, матди сығымдар ҙа талап ителә. Күп осраҡта шештең сәбәбен белмәү арҡаһында табиптар аныҡ ҡына диагноз ҡуя алмай. Ауырыу бер дауахананан икенсеһенә йөрөп интегә.

Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында йәшәүсе Гөлназ Зәйнуллинала һирәк сир. Аяҡ лимфалары шешеүе диагнозын уға 2005 йылда ҡуялар. Уның аяғы кинәт шешә һәм эре «фил аяҡтар» рәүешен ала. Бындай сирле менән тәүгә осрашыусы табиптар аптырашта ҡала. Ауырыуға дөрөҫ диагноз ҡуя алмай ҡыҙҙы бер дауахананан икенсеһенә йөрөтә.
Ауыр сиргә тарыусы Гөлназ Зәйнуллина ауыл йортонда бер ниндәй ҙә уңайлыҡтары булмаған шарттарҙа көн итә. Әсәһе бәләкәй хеҙмәт хаҡына мәктәптә йыйыштырусы булып эшләй, Гөлназ үҙе лә уның атаһы ла 3-сө төркөм инвалиды, өҫтәүенә, эшһеҙ, бәләкәй баҡсаларында хәленән килгәнсә ярҙам итә.
Гөлназға Германия табиптары: «Был сир дауалауға бирелмәй, һеҙгә уның менән ғүмер буйы интегергә тура киләсәк», - тигән хәҡиҡәтте әйтә. Әммә сирленең хәлен еңеләйтер өсөн пластик операция үткәрергә,Төркиәнән махсус бинттар һәм 70 меңгә лимфопроцессор һатып алырға кәрәк. Матди ауырлыҡтар менән йәшәүсе ғаиләнең бындай күләмдә аҡса йыйырға хәленән килмәй. Гөлназ Зәйнуллинаға ярҙам ҡулы һуҙырға теләүселәр экрандағы иҫәптәргә хәленән килгәнсә аҡса күсерә ала.

ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ КАРТАҺЫ ИҪӘБЕ: 4276806030393432
ҺАҠЛЫҠ КЕНӘГӘҺЕНДӘГЕ ИҪӘП: 42307810606160012628
БӘЙЛӘНЕШ ӨСӨН ТЕЛЕФОН: 8-927-308-82-88.
Аяҡ лимфостазынан интегеүсе Гөлназ Зәйнуллина изгелекле, миһырбанлы, йомарт кешеләрҙән ярҙам көтөп ҡала.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика