«Ауыл табибы» программаһын ғәмәлгә индереүҙе киләһе йылда ла дауам итеү күҙаллана 19.11.2014

Дәүләт Думаһы киләһе өс йылға иҫәпләнгән Федераль мотлаҡ медицина страховкалау фонды бюджеты тураһындағы федераль закон проектын икенсе уҡыуҙа ҡабул итте.

Программа ауыл ерендә эшләргә теләк белдергән йәш белгестәргә бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелеүсе компенсация түләүҙе ҡарай. «Берҙәм Рәсәй» партияһы башланғысы буйынса компенсация биреү өсөн медицина хеҙмәткәрҙәренең йәше 45 йәшкә тиклем арттырыласаҡ. Билдәләнгән маҡсаттарға 2015 йылда 3,2 миллиард һум бүлеү ҡаралған, ул ауыл биләмәләренә һәм ҡасабаларға эшкә алты меңдән ашыу медицина хеҙмәткәрен йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2012-2013 йылдарҙа «Ауыл табибы» программаһы нигеҙендә ауылға 35 йәшкә тиклемге 12 мең йәш табип эшкә ҡайтты. 2014 йылда уларға тағы ла алты мең белгес өҫтәлер тип көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика