Аутизм менән сирләүсе балаларҙың  йылдан-йыл артыуы күҙәтелә 25.03.2016

40 йыл элек ун меңгә бер бала ошо сир менән тыуһа, хәҙер әлеге диагноз менән һәр йөҙөнсө сабый донъяға килә. Ғалимдар билдәләүенсә, сәбәптәре төрлө.  Нәҫелдән  килеүе лә, тирә-яҡ мөхиттең бысраныу арҡаһында ла булыуы мөмкин.  

Ғәҙәттә, диагноз өс йәш тирәһендә ҡуйыла. Әгәр бер йәше тулған бала өнһөҙ ҡалһа, хәрәкәттәр яһамаһа, йәш ярымда һүҙҙәр әйтә алмаһа был ата-әсәне уйландырырға тейеш. Аутизмдың бик күп төрө бар. Иң ауыры - баланың донъяға тулыһынса битараф булыуы. Сир  шул тиклем мәкерле, һәр баланың холҡонда ул шәхсән һыҙат булып сағыла. Заман сире  менән көрәште бала тыуғансы уҡ башларға кәрәк, һәм быға мөмкинлектәр бар, ти ғалимдар.
Александр Политаев, «Иммункулус» медицина тикшеренеү үҙәгенең ғилми етәксеһе «Ҡатын-ҡыҙҙарға йөклөлөккә тиклем аутизм сиренә килтереү ихтиммаллығын билдәләү өсөн маркерҙар эшләгәндә һәм ауырға ҡалғансы реабилитация үткәргәндә был сирҙе еңергә була».

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика