Һаулыҡ һағында - интернациональ хеҙмәттәшлек

Һаулыҡ һағында - интернациональ хеҙмәттәшлек 14.04.2015

Республика клиник балалар дауаханаһында  Башҡортостан һәм Германия  хирургтары ҡатнашлығында операция яһалды. Ике яҡ араһындағы был  хеҙмәттәшлек биш йыл элек башланған, уның нигеҙендә беҙҙең йәш табиптар Гейдельберг дауаханаһында  стажировка үтә. Киләсәктә Германия студенттарының да беҙҙә  тәжрибә туплауы күҙаллана. Әле немец профессоры Башҡортостанға техник базаны, шарттарҙы өйрәнеү өсөн килгән. Бөгөн  Лукас Вессель  гипоспадияға операция яһауҙа ҡатнашты.  

Башҡортостан һәм Германия хирургтары бер-береһен һүҙһеҙ ҙә аңлай. Телдәр айырылһа ла маҡсаттар уртаҡ.  Гипоспадия диагнозы ҡуйылған малайға операция яһау.  Был сир менән яфаланыусыларҙың һейҙек каналы енси органдың осонда түгел, төптә урынлашҡан була. Һөҙөмтәлә уларҙың кесе ярауы боҙола,  тоҡомһоҙ ҡалыуҙары ихтимал.  Тыумыштан  ҡуйылған  был диагнозды операция яһап ҡына  дауаларға мөмкин. Был юлы пациент   Искәндәр исемле бәләкәй малай, уға 1 йәш тә 11 ай.
Лукас Вессель, Гейдельберг университеты профессоры: «Гипоспадияның ябай формаһы ла, ҡатмарлыһы ла була. Искәндәрҙең диагнозы тәүгеһенә ҡарай тип әйтергә мөмкин.  Операцияның уңышлы үтеүенә ышаныс ҙур, бер яҡтан Башҡортостан табиптары бай тәжрибәгә эйә, икенсенән матди-техник база көслө».
Гипоспадияға операцияны ҡатмарлы йәки үҙенсәлекле тип әйтеп булмай, әммә табиптар иҫәпләүенсә, был ауырыуҙы дауалауҙа берҙәм фекергә, уртаҡ алымдарға килеү мотлаҡ. Сөнки йылдан-йыл  тыумыштан уҡ  енси органында кәмселлек табылған малайҙар һаны арта бара. Шуға күрә 5 йыл элек ике яҡ араһында хеҙмәттәшлек хаҡындағы килешеүгә ҡул ҡуйылған. Хәҙер беҙҙең йәштәр Германияла стажировка үтеү мөмкинлегенә эйә, сит ил табиптары иһә Башҡортостан тәжрибәһен өйрәнә.
Яҡынса 20-25 йыл элек был диагноз бик һирәк осрай.  Яңы донъяға килгән 300 мең малайҙың  берәүһендә генә.  Хәҙерге ваҡытта иһә  һәр 150-се  сабый ошо ауырыу менән тыуа.  Әммә табиптар  енси органдағы  был паталогияның юғары тиҙлек менән үҫеү сәбәптәрен әлегә асыҡлай алмай.
Башҡортостан табиптары йыл һайын  енси органы яңылыш үҫешкән  160-лап малайға  операция  яһай. Бәләкәй Искәндәргә гипоспадия диагнозын 9 айлыҡ сағында ҡуялар. Йәш әсә  интернациональ операцияның уңышлы үтеүенә ышана.
Сәғәт ярым  ваҡыт үтеү менән табиптар операция залынан сыға. Хирургтар әйтеүенсә, бар проблемалар артта. Операция уңышлы үткән.  2-3 сәғәттән малай әсәһе янында буласаҡ.  
Кескәй Искәндәргә әлегә катетр менән йөрөп тороға тура киләсәк, тик оҙаҡҡа түгел, ни бары 5 көн. Артабан инде тулы ҡанлы тормош менән йәшәй башларға мөмкин.
Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика