Балаларҙы дауалауға уңайлы шарттар

Балаларҙы дауалауға уңайлы шарттар 29.09.2014

Һаулыҡ һаҡлау учреждениеларында капиталь ремонт эштәре өҙлөкһөҙ дауам итә. Өфөнөң Калинин районындағы 4-се поликлиника 6 мең баланы хеҙмәтләндерә.

Уның авария хәлендәге йортта эшләп килеүе пациенттар һәм табиптар өсөн хәүефле ине. Ниһайәт, дауалау учреждениеһының бер өлөшө яңы ғына төҙөкләндерелгән Вологодская урамындағы бинаға күсте. Ремонт һәм алынған ҡоролмалар ҡала бюджетына 5 миллион һумға төштө. Бында хәҙер көндөҙгө стационарға 50 бала йөрөй ала.

Гүзәл Мәғрүпова, 4-се поликлиниканың көндөҙгө стационары мөдире: «Балаларҙы хәҙер уңайлы шарттарҙа дауалайбыҙ. Үҙебеҙҙә логопед, физиотерапия, процедура кабинеттары бар. Теләге булғандар массажға йөрөй ала».


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку