Һаулыҡ һаҡлау тармағында яҡшы белгес алтынға тиң 04.02.2016

Дауалау хеҙмәтенә юғары квалификациялы кадрҙар йәлеп итеү, уларҙың белемен камиллаштырыу заман талабы.

Федоровка район үҙәк дауаханаһында йәш белгестәр өсөн бөтә шарттар булдырылған. Иң мөһиме бында уларға ышаныс менән ҡарайҙар, эшләргә теләүселәр өсөн бөтә ишектәр асыҡ. Университет тамамлап тыуған яғына эшкә ҡайтҡан Ирина Шахморатова ла үҙен яҡшы белгес булараҡ күрһәтеп өлгөргән. Ауырыуҙар йәш табиптың эшенән ҡәнәғәт.  
Быны иҫәпкә алып, декрет ялынан сығыу менән  Ирина Шахморатоваға терапия бүлеген етәкләргә тәҡдим итәләр. Өҫтәүенә, йәш ғаиләгә социаль ҡуртым программаһы буйынса торлаҡ та бирелә. Ай һайын Шахморатовтар тик коммуналь түләүҙәр генә индереп бара. Шулай итеп «Ауыл табибы» программаһы һәм район хакимиәте иғтибары Федоровка үҙәк дауаханаһына яҡшы кадрҙар йәлеп итеүҙә оло ярҙам булып тора.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика