Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре Өфөлә эбола вирусы табылыуы тураһында хәбәрҙе инҡар итте

Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре Өфөлә эбола вирусы табылыуы тураһында хәбәрҙе инҡар итте 20.08.2014

Социаль селтәрҙәр һәм ҡайһы бер киң мәғлүмәт саралары тыуған иле  Нигерияға йәйге ялға ҡайтып килгән 25 йәшлек студент Мөхәмәт Садиҡтың Эбола биҙгәге билдәләре менән дауаханаға урынлаштырылыуы тураһында хәбәр таратҡайны. Министрлыҡ белгестәре был мәғлүмәттең дөрөҫлөккә тап килмәүен, Африка студенты сирҙе иҫкәртеү саралары сиктәрендә карантинға алыныуы тураһында белдерә.

Эбола биҙгәге 1976 йылдан билдәле. Сир тәүҙә Гвинеяла,  артабан көнбайыш Африканың башҡа илдәренә тарала. Бер аҙға тынып торғандан һуң, 2013 йылда биҙгәк яңынан үҙен күрһәтә башлай. Әле Либерия, Сьерра-Леоне, Гвинея, Нигерия кеүек илдәрҙә  2 меңдән ашыу кеше вирусты йоҡторған, меңдән ашыу үлем осрағы теркәлгән. Хәүефле вирусҡа ҡаршы вакцина табылмаған.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку