«Ашығыс ярҙам» хеҙмәте тағы ла йәнлерәк эшләй башлаясаҡ

«Ашығыс ярҙам» хеҙмәте тағы ла йәнлерәк эшләй башлаясаҡ 23.03.2016

Өфөнөң медицина колледжында госпиталгә тиклем тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса симуляция кабинеты асылды. Тәжрибә майҙансығы буласаҡ фельдшерҙарға һөнәри яҡтан үҫергә ярҙам итәсәк.

13 йәшлек үҫмер аяғын һындырған, һыҙланыуҙарына түҙә алмай. Шаңҡыу хәлендә. Сценарий буйынса, ваҡытында килеп еткән «Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәрҙәре, тәү сиратта, бәләгә тарыусының эске ҡан ағымын туҡтатырға тейеш.  Пациент урынында манекен, шулай ҙа Өфө медицина колледжы студенттары ауырыу менән һөйләшеп, уның хәленә инергә тырыша.
Артабан үҫмер иҫен юғалта. «Ашығыс ярҙам» машинаһына ауырыуҙы каталкала мендерәләр. «Бында һәр минут ҡәҙерле»,- ти буласаҡ һаулыҡ һағындағылар. Хәҙер егет-ҡыҙҙар яңы асылған  «госпиталгә тиклем тәүге ярҙам күрһәтеү» симуляция класында һөнәри оҫталыҡҡа өйрәнә аласаҡ.
Дауаханаға тиклем «Ашығыс ярҙам» машинаһында ла пациентҡа ярҙам күрһәтеү дауам ителә. Тейешле документтар тултырыла. Студенттар практик яҡтан нығынһын өсөн техника эсендә лә барлыҡ шарттар булдырылған.  Бында, хатта, айырым диспетчер урыны ла бар. Уҡыуын тамамлағас, тыуған районына эшкә ҡайтырға хыялланған Эльмира Хәбибуллина симуляция кабинеты асылыуына сикһеҙ шат.
Симуляция кабинетында уҡыу процессы тәжрибәле белгес етәкселегендә алып барыла. Мониторҙарҙа күнекмә үтеүселәрҙең һәр бер хәрәкәтен күҙәтергә мөмкин. Хаталар өҫтөндә эш тә даими алып барыласаҡ.
Марат Йыһаншин, Өфөнөң ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеү станцияһы баш табибы:  «Симуляция кабинетының булыуы уҡыу йорто өсөн ҙур алға китеш тип әйтер инем. Шулай ҙа был уникаль система түгел, ошондай уҡ моделдәр менән башҡа ҡалаларҙа ла, шул иҫәптән, Санкт-Петербургта танышҡаным булды. Ниһайәт, беҙ ҙә буласаҡ фельшерҙарҙы ошондай күләмле майҙансыҡтарҙа  әҙерләй алабыҙ».
Әйткәндәй, ярты йыл элек кенә уҡыу йортонда акушерҙар өсөн дә симуляция кабинеты асылғайны. Бында ла практик дәрестәр йәнле бара.
«Ашығыс ярҙам» хеҙмәткәрҙәре булһынмы, акушерҙармы - һаулыҡ һағындағылар кеше сәләмәтлеге, ғүмере өсөн һәр ваҡыт оло яуаплылыҡ тота. Был эштә практик яҡтан сыныҡҡандар ғына уңышҡа ирешә ала.
Уҡыу йорттарында белем биреү сифатының йылдан-йыл күтәрелеүе, тәжрибә майҙансыҡтарының киңәйеүе - ыңғай күренеш. Сөнки төбәктә урта медицина персоналына ихтыяж ғәҙәттәгесә, юғары. Белгестәр ике-өс йылдан һуң да кадрҙарға ҡытлыҡ көслө булыуын фаразлай. Киҫкен мәьсәләне «Ауыл фельдшеры» программаһы хәл итер тигән өмөт бар.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика