«Алтын скальпель» - алтын ҡулдарҙа 25.11.2015

Башҡортостан хирургтары ассоциацияһы тарафынан булдырылған юғары награда бөгөн сираттағы хужаһын тапты - Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының бүлек мөдире Владимир Ишмәтов өсөн был көтөлмәгән еңеү була.

Ышанаһығыҙмы, юҡмы, хирургтар ҙа йырлай белә. Шатлыҡтан, әлбиттә. Аҡ халатлылар гимнында «беҙ мөғжизә эшләйбеҙ»,-тигән һүҙҙәр ҙә яңғырай. Бының менән һәр кем килешер, моғайын. Сөнки улар ҡулында - меңдәрсә кеше ғүмерҙәре. Ниһайәт, медицина фәндәре докторы Владимир Ишмәтов та тырышлығы һәм дауалауҙа заманса алымдар ҡулланыуы өсөн республика хирургияһы «Оскар»ы менән бүләкләнде.
Владимир Ишмәтов, «Алтын скальпель» менән бүләкләнеүсе, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының бүлек мөдире: «Алтын скальпель» де хирургия өлкәһендә иң юғары награда тип иҫәпләйем. Беҙҙең клиника хеҙмәткәрҙәренең эшмәкәрлеге юғары баһаланыуы оло ғорурлыҡ. Хәҙер юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәтеүгә ҡарата яуаплылыҡ тағы ла артты. Ҡатмарлы операцияларҙы көн дә үткәрергә тигән хыялым бар». «Алтын скальпель» һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән хирургтарға тапшырыла. Владимир Ишмәтов иһә был еңеүен шәхсән үҙенеке генә түгел, ә барлыҡ республика медицинаһының уңышы тип иҫәпләй. Хаҡ һүҙҙәр.
Быйыл йәй клиника табиптарына чех кардиохирургы йөрәк клапанын алмаштырыу буйынса уникаль операция үҙләштерергә ярҙам итә.  Быға тиклем әмәлиәт барышында күкрәк ситлеген асырға тура килһә, хәҙер ауырыуҙың янбашында бер нисә сантиметрлыҡ ҡына йөй ҡалдырыла.  Сөнки клапан йөрәккә янбаш артерияһы аша ғына эләгә.
Ә иң олоһона 81 йәш булған. «Яңы алым ҡулланып яһалған операциянан һуң ҡатындарҙың һаулығы күпкә яҡшырҙы»,- ти үҙ эшен белеп башҡарған хирург.  Реабилитация осоро ла хәҙер ҡыҫҡарған. Айҙар буйы өйҙә ятырға тура килмәй. Клиника табиптары яңынан-яңы дауалау алымдары менән ҡыуандырырға вәғәҙәләй.
Олег Ғәлимов, Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһының баш табибы:
«Уникаль операциялар планлаштырылған. Әйтәйек, был аҙнала беҙ тәүге тапҡыр йөрәк эшмәкәрлеге боҙолғанда торакоскопия ысулы ярҙамында операция эшләйбеҙ.  Бынан тыш, башҡа идеялар ҙа бар. Иң мөһиме, халыҡ һау-сәләмәт булһын».
Ун алты йыл эшләү дәүерендә Владимир Ишмәтов  ҡатмарлы операцияларҙы күп яһай. Уңыш сере – «яңылыҡтарҙы» тиҙ  ҡабул итә белеүҙә, ти ул. Шунһыҙ медицина алға китмәйәсәк. «Алтын скальпель» хужаһы пациенттарҙың хирургия ҡатнашлығынан һуң тиҙ аяҡҡа баҫыуын да ҙур еңеү тип иҫәпләй. Хәйер, ауырыуҙар ҙа Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау өлкәһен юғары кимәлдә тип иҫәпләй.
Ал-ял белмәй, көнөнә тиҫтәләп операция башҡарған хирургтарға ҡарата иғтибар һәм ихтирам булғанда, был ауыр һөнәрҙе үҙләштерергә теләк белдереүселәр ҙә, бәлки, артыр ине. Был фекер бөгөн «Алтын скальпель»де тапшырғанда ла бер нисә тапҡыр яңғыраны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика