Акушерлыҡ һәм гинекология буйынса олимпиада 26.02.2016

Ул Башҡорт дәүләт медицина университеты студенттары араһында өсөнсө йыл үткәрелә. Акушер һәм гинеколог һөнәрен һайлаусы йәштәр үҙ һөнәренең яуаплылығын аңлап, университетта белем алған  йылдарҙа уҡ юғары оҫталыҡҡа ынтылырға тырыша.

Яңы тыуған сабыйҙың донъяға килеүе оло ҡыуаныс. Бөгөн олимпиадала көс һынашыусы йәштәр киләсәктә үҙҙәре алдында ниндәй ҙур яуаплылыҡ торғанын яҡшы аңлай. Практик күнекмә аша ысынбарлыҡта ҡабатланасаҡ ситуацияларҙы яҡлағанда уларҙың тулҡынланыуы аңлашыла.
Полина Коваленко, БДМУ-ның 5-се курс студенты: «Мин олимпиадала икенсегә ҡатнашам. Былтыр Новосибирск ҡалаһында көс һынаштыҡ. Бындай олимпиадалар клиник күнекмәләргә яҡшы тәжрибә бирә».
Буласаҡ акушерҙарҙың эшкә таһыллығын тәжрибәле белгестәр баһалай. Ҡатын-ҡыҙҙар консультацияһы баш табибы Резеда Юлбарыҫова ла йәштәрҙең белемгә ынтылыуын, уҡыуға сәмде арттырыусы  олимпиадаға яҡшы әҙерлек менән килеүен билдәләне.
Акушерлыҡ һәм гинекология өлкәһендә эшләүсе Башҡортостан менән Ҡаҙағстан ғалимдарын тығыҙ хеҙмәттәшлек ептәре бәйләй. Ҡарағанда ҡалаһы медицина университеты профессоры, клиника директоры лекциялары ла студенттар тарафынан йылы ҡабул ителде.
Гөлшат Кемилова, Ҡарағанда дәүләт медицина университеты профессоры, медицина фәндәре кандидаты /Ҡаҙағстан/: «Өфө дәүләт медицина университетына тәүгә килеүем. Һикһән йыллыҡ тарихы булған университетта бай традициялар һаҡланған,  абруйы  ла юғары. Һеҙҙең студенттарға мин «Академик мобиллек» тигән программа буйынса лекциялар уҡыясаҡмын. Был һеҙҙең уҡыыу йорто өсөн яңы программа».
Акушерлыҡ һәм гинекология буйынса олимпиадала 21 конкурсант ҡатнашты. Акушерлыҡ буйынса - Полина Коваленко, гинекологияла -Гөлназ Ғәзизова беренсе урын яуланы. Олимпиадала ҡатнашыусылар тәжрибә туплап ҡына ҡалмай, яуаплы өлкәлә үҙ белемдәрен дә һынаны.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика