Аҡ халатлылар байрамы

Аҡ халатлылар байрамы 10.06.2014

500 фельдшер-акушер пункты асыу, эш хаҡын күтәреү, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡағылған был бурыстарҙы бөгөн республика етәксеһе медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала билдәләне.

500 фельдшер-акушер пункты асыу, эш хаҡын күтәреү, кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү. Һаулыҡ һаҡлау тармағына ҡағылған был бурыстарҙы бөгөн республика етәксеһе медицина хеҙмәткәрҙәре көнөнә арналған тантанала билдәләне.

61 йәшен яңы бауыр менән ҡаршы алған ир уҙаманы Николай Батурин. Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһы табиптары уға икенсе торомош бүләк иткән. Хирургтар ауыр сиргә дусар булған Николай Батуринға бауыр күсереп ултыртҡан. Сирҡаныс алынды, хәҙер был операцияны даими яһарға мөмкин, ярҙамға мохтаждар етерлек, ти аҡ халатлылар.
Береһенән-береһе ҡатмарлыраҡ операциялар яһаған Башҡортостан табиптары ил кимәлендә лә лайыҡлы урын биләй. Республика дауаханаларының заманса йыһазландырылыуы ла уңышҡа өлгәшергә ярҙам итә. Әле төбәктең медицина учреждениеларында 100 мең тирәһе хеҙмәткәр эшләй, уларҙың 17 меңе - табиптар, һеҙҙең һәр берегеҙ алтынға бәрәбәр, тине Рөстәм Хәмитов.
Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2018 йылға табиптарҙың эш хаҡы республика буйынса уртаса күрһәткестән ике тапҡырға артырға тейеш. Шулай уҡ кадрҙар мәсьәләһен хәл итеү мотлаҡ. «Ауыл табибы» программаһы сиктәрендә райондарға 900 йәш белгес ҡайтҡан, быйыл был һан 50-гә артасаҡ. Эште артабан дауам итеү талап ителә, тине республика етәксеһе. Ошонда уҡ һөнәр алдынғыларына юғары наградалар ҙа тапшырылды. Кеше хеҙмәтенең емешен дә татырға тейеш. Бүләкләнеүселәр араһында Ейәнсуранан шәфҡәт туташы Фәрзәнә Байрамғолова ла бар.
Медицина хеҙмәткәренең уңышлы эшмәкәрлеген демография күрһәткесенең яҡшырыуы ла иҫбатлай. Былтыр республикала 60 меңгә яҡын сабый донъяға килгән. Билдәле акушер-гинеколог, хәҙер инде Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты Рима Үтәшева әйтеүенсә, был донъяла сабыйҙың тәүге ауазынан да татлыраҡ тауыш, бала тапҡан ҡатындан да бәхетлерәк кеше юҡ.
Тантанала билдәләнеүенсә, республикала медицина учреждениелары төҙөү ҙә иғтибар үҙәгендә. Балалар һәм өлкәндәрҙең клиник дауаханаһында яңы корпустар файҙаланыуға тапшырылды. Белоретта, Хәйбуллала, Дыуанда яңы учреждениелар сафҡа инде. Йыл аҙағына тиклем Октябрьскийҙа бала табыу йорто, Мишкәлә хирургия корпусы төҙөлөп бөтөргә тейеш. Медицина ярҙамы һәр кемгә барып етһен, яҡын булһын өсөн фельдшер-акушер пункттар төҙөү күҙаллана. Был фекер менән ветеран табип Риза Мағазов та килешә.
Шулай ҙа ауырыуҙы дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү отошлораҡ. Медицина хеҙмәткәрҙәренә профилактика эшенә иғтибар итергә ҡушылды. Байрамды сәнғәт әһелдәре әҙерләгән концерт йомғаҡланы. Аҡ халатлылар тураһындағы йырҙы залдағылар аяғүрә баҫып тыңланы.
Медицина хеҙмәткәрҙәрен донъялағы иң миһырбанлы һөнәр эйәләре тип әйтергә мөмкин. Аҡ халатлыларға кеше ғүмере өсөн яуаплылыҡ йөкмәтелгән. Ә һаулыҡ - һәр кемдең иң ҙур байлығы һәм уны бер ниндәй бизмәнгә һалып та үлсәп булмай.
Рәмзиә Кәримова


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку