Һаҡ булығыҙ, яман сир 25.01.2016

Рәсәйҙә ҙур тиҙлек менән H1N1 вирусы, йәғни сусҡа киҙеүе тарала. Камчаткала уға бәйле карантин режимы индерелгән, ә Санкт-Петербургта ҡурҡыныс диагноз  йөҙҙән ашыу кешегә ҡуйылған. Бынан тыш сусҡа киҙеүе осраҡтары Һарытау, Ырымбур, Калуга, Иванов өлкәләрендә теркәлгән. Белгестәр сирҙең Башҡаортостанға ла килеп етеүен билдәләй. Әле республикала 7 кеше был диагноз менән дауаханаға оҙатылған.

Өфөлә йәшәүсе Любовь Остальцева һаулығын ҡайғыртырға күнеккән. Ҡатын сир үҙе тураһында белдерә башлағас та дауланыу сараларын күрә. Был юлы иһә ҡурҡыныс киҙеү вирусы тураһында белеп ҡалғас Любовь аптекаға ашыға.
Любовь Остальцева: «Телевизорҙан яман ауырыу, сусҡа киҙеүе тарала башлауы тураһында ишеттем. Сирҙән һаҡланыу уны дауалауҙан яҡшыраҡ бит инде, шуға ла медицина битлеге һәм вирустарға ҡаршы дарыуҙар алдым».
Республикала сусҡа киҙеүе диагнозы ҡуйылған осраҡтар инде теркәлгән. Белоретта улар өсәү. Табиптар билдәләүенсә, аш 1 эн 1 вирусын йоҡтороусылар әле йүнәлеүгә табан бара. Табиптар сирҙе юғары  температура, ҡоро йүтәл, хәлһеҙлек буйынса билдәләп була ти. Был төр симптомдар булғанда мотлаҡ дауаханаға мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Сирҙән һаҡланыу  өсөн иҫкәртеү сараларын да үтәү мотлаҡ. Уларҙың барыһы ла тиерлек һәр кемгә билдәле. Ул прививка эшләтеү, халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙы урап үтеү, иммунитетты нығытыу. Бынан тыш табиптар кеҫә телефоны кеүек йыш ҡулланылған әйберҙәрҙе лә дезинфекцияларға кәңәш итә. Беҙгә урамда осраусылар ҙа сирҙән һаҡланырға тырышыуҙарын әйтте.
Өфөнөң 44-се поликлиникаһында ла бер пациентҡа сусҡа киҙеүе диагнозы ҡуйылған. Шуға ла сирҙән һаҡланыу бер ҙә артыҡ түгел тип билдәләй аҡ халатлылар. Һуңғы ваҡытта дарыуханаға ла  яман вирустан һаҡланырға теләп мөрәжәғәт итеүселәр һаны арта ти белгестәр.  
Республикала әле киҙеү норма  күрһәткестәрен ашмаған.  Шулай ҙа күптән түгел  дауахана хеҙмәткәрҙәренә мотлаҡ битлек кейергә тигән күрһәтмә сығарылған. Яҡынса күҙаллауҙарға ярашлы, киҙеү эпидемияһы республикала февраль башынан көтөлә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика