Һаҡ булығыҙ, сысҡан!

Һаҡ булығыҙ, сысҡан! 13.08.2014

Башҡортостанда гемморагик биҙгәк менән ауырыусылар биш тапҡырға артҡан. Әле республика дауаханаларында 700-ҙән ашыу кеше ошо сирҙән дауалана, өс үлем осрағы теркәлгән.

Рәфис Мәрҙәнов дауаханала аҙнанан ашыу дауалана. Иглин районында йәшәүсе ир сысҡан биҙгәген бесән эшләгәндә эләктергән. Дауаханаға ла ваҡытында ғына мөрәжәғәт итмәй. Әле ул йыш күңеле болғаныуға, температураһы күтәрелеүгә зарлана. Көн дә система, укол алып, махсус дарыуҙар ҡабул иткәс ауырыуҙың хәле бер аҙ яҡшыра төшкән.
Вирус менән зарарланғанда иң элек температура күтәрелә, өшөтә, ҡалтырата. Тәүге билдәләре буйынса күптәр уны һыуыҡ тейеү менән бутап, үҙ белдеге менән дауалана. Республиканың 4-се йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына гемморагик сысҡан биҙгәге менән тәүлегенә 20-гә яҡын кеше мөрәжәғәт итә. Уларҙың күптәре ауыр хәлдә.
Алексанлр Дмитриев, 4-се дауахананың баш табип урынбаҫары: «Сысҡан  биҙгәгенә шик уяныу менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итәм. Ауырыуҙы тәүге этабында дауалауы  күпкә еңелерәк. Табипҡа күренмәйенсә һуҙып йөрөүҙең, аяныслы тамамланыуы ихтимал».
Гемморагик сысҡан биҙгәге шуныһы менән аяныслы - сир бөйөрҙәрҙе ҡаҡшата. Ауырыуҙың һуңғы осоронда уларҙың эшмәкәрлеге бөтөнләй туҡтай.
Олег Мәүлетов, Рәсәй ҡулланыусылар хоҡуғын күҙәтеү хеҙмәтенең транспорт һәм биләмәне санитар һаҡлау бүлеге етәксеһе: «Республикала яҙлы-көҙлө профилактик сара уҙғарыла. Быйыл 24 мең гектарҙан ашыу майҙан эшкәртелде. Былтыр сысҡан биҙгәге менән сирләүселәр аҙ булды. Быйыл күрһәткес кинәт артты.  Быға йылы һауа торошо ла  йоғонто яһай».
Инфекция вируслы сысҡан-ҡомаҡтарҙың шайығы аша тарала. Сир һауа, туҙан, бысраҡ ҡул аша ла йоға. Шуға күрә тәбиғәттә, баҡсала ябай ҡағиҙәләрҙе үтәргә онотмағыҙ.
Сысҡан биҙгәген иҫкәртеү сараларын күреү мөһим. Бының өсөн ҡулды һабын менән йыуырға кәрәк. Урманда, баҡсала һәм баҫыуҙа бындай мөмкинлек юҡ. Шуға ла дымлы бактерицид салфетка ҡулланырға мөмкин. Бынан тыш, табиптар урманда ошондай  махсус  битлек  кейеп йөрөргә  кәңәш итә.
Аймара Рәхимова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика