38 йылдан һуң осрашыу 01.04.2016

Табиб-хирургтың булмышы- кеше ғүмерҙәре өсөн көрәштән тора. Был көрәш хирургтан сыҙамлылыҡ , төрлө хәлдәрҙә ҡаушап ҡалмау,тотанаҡлыҡ, дөйөм медицина һәм хирургия буйынса яҡшы белем талап ителә. Республика клиник дауаханаһында 55 йылдан ашыу уңышлы эшләгән  хирург Ҡотдос Йәрмөхәмәт улы  Туғыҙбаев үҙен тап ана шундай  сифаттарға эйә алтын ҡуллы  хирург булараҡ таныта.

Был осрашыуҙы Дүртөйлө районы уҙаманы Даһи Ғәлиев утыҙ һигеҙ йыл көтә. Үҙенә операция яһаған табипҡа күңелендә һәр ваҡыт рәхмәт тойғоларын  йөрөтә. Ҡырҡ дүрт йәштәр тирәһендә йорт күтәргән ваҡытта ауыр эштән ашҡаҙаны алты сантимерға төшә. Уның хәле көндән-көн насарая. Күҙ терәп торған биш балаһын етем ҡалдырғыһы килмәй. Район табиптары  Даһи Ғәлиевтың ғүмерен өсөн көрәшергә йөръәт итмәй, Өфөгә Республика клиник дауаханаһына операцияға ебәрә. Алтын ҡуллы хирург өс сәғәтлек операцияны бер сәғәт егерме минутта уңышлы башҡара.
Ҡотдос  Туғыҙбаев был ваҡытҡа хирургияла егерме йыл эшләп, етәрлек тәжрибә туплаған  белгес була. Республика клиник дауаханаһында эшләгән йылдарҙа санавиация менән төрлө райондарҙа халыҡҡа хирургия ярҙамы күрһәтә. Хирург-универсал ашҡаҙанға ҡатмарлы операцияға ла ҡыйыу тотона.
Илле биш йыл хирург өҫтәле артында ул  туғыҙ меңгә яҡын операция  башҡара. Ҡотҡарылған ғүмерҙәр, һауығып аяҡҡа баҫҡан кешеләр алтын ҡуллы хирургҡа рәхмәт тойғоларын йөрөтә. Уның фиҙәҡәр хеҙмәте юғары категориялы хирург, Башҡортостандың атҡаҙанған врачы тигән маҡтаулы исемдәр менән баһаланған. Хәйбулла егете Ҡотдос Туғыҙбаев үҙе артынан һәләтле хирургтар тәрбиәләгән.Уның йөҙҙән ашыу фәнни хеҙмте ташҡа баҫылған.
Хирургияны һайлаған табип иңдәрендә икеләтә яуаплылыҡ ята. Уның хаталанырға һәм хаталар өҫтөндә эшләргә ваҡыты юҡ. Табип-хирург үҙе хирургияла яратырға тейеш  түгел, ә  яҡшы хирург булараҡ танытырға тейеш. Бындай уңышҡа  халыҡ һаулығы һағында тороусы Ҡотдос Туғыҙбаев  тырышлығы,сыҙамлығы, медицинала һәм хирургияла алған төплө белемдәре арҡаһында ирешкән .Хаҡлы ялға китеүенә ун йыл самаһы,әммә элекке пациенттары уны онотмай. Операция эшләгәндән һуң утыҙ һигеҙ йыл үткәс көтөлмәгән  осрашыу тулҡынландырғыс һәм ҡыуаныслы.  Табип өсөн кешеләр һаулығы иң мөһиме.  

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика