24 йәшлек Людмила Абдуллинаға ярҙам кәрәк

24 йәшлек Людмила Абдуллинаға ярҙам кәрәк 10.09.2014

Шаран районының Преображенское ауылында йәшәүсе йәш әсәгә күкрәк биҙе яман шеше диагнозы ҡуйылған. Әле уға ҡиммәтле дауалау курсы талап ителә. Ике һәм биш йәшлек  балалар тәрбиәләгән Абдуллиндар үҙҙәре генә кәрәкле сумманы йыйырлыҡ хәлдә түгел. Әммә улар мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына ышана.

Алманың иң ҡыҙылы ла, бәлештең иң тәмлеһе лә әсәйгә. Абдуллиндар ҡәҙерле кешеһен  ҡулда күтәреп кенә йөрөтөргә лә риза, тик тиҙерәк һауыҡһын ғына. Уның ауыр сиргә дусар булыуы хаҡында ғаилә йыл башында осраҡлы рәүештә белеп ҡала. Людмила  һөнәре буйынса педагог, Бөрө педагогия институтын тамамлаған. Быйыл ҡатын икенсе улына йәш ярым тулғас, эшкә сығрыға ҡарар итә. Балалар баҡсаһына медицина тикшереүе үткән саҡта Людмилала күкрәк биҙе шеше табыла.
Тәүҙә табиптар Людмиланы химия терапияһы ярҙамында дауалап ҡарай, һөҙөмтә булмағас, операция яһайҙар. Йәш әсә әле лә дауалау курстары ала. Әммә табиптар әйтеүенсә, ҡатынға ҡиммәтле химия курсы талап ителә. Әле район дауаханаһы Людмиланы дауалауға сиратҡа ҡуйыу өсөн Һаулыҡ һаҡлау министрлығына хат яҙған.
Әммә ғаилә ағзалары ҡәҙерле  ваҡытты юғалтыуҙан ҡурҡа. Сөнки хат барып етеп, дауалау курсы тәғәйенләнгәнсе ике-өс ай ваҡыт үтеүе ихтимал. Әле Людмиланың тормош иптәше Илдар эшен ташлап, йорт-ҡуралағы бар ваҡ-төйәкте үҙ өҫтөнә алған. Ҡәҙерле кешебеҙгә  көн һайын яҡшы кәйеф бүләк итергә тырышабыҙ,  сире аҙып китмәһен тип ҡурҡабыҙ, ти Илдар Абдуллин.
Людмила иһә үҙен тыныс тоторға тырыша. Бала саҡтан эшкә тилбер уҡырға шәп булды, атаһы иртә мәрхүм булып ҡалғас, бар ир-ат эшен дә үҙ өҫтөнә алды. Мәктәпкә лә биш йәштән үк барҙы, ти  йәш әсә хаҡында яҡындары.
Ил төкөрһә, күл булыр тигән һымаҡ, һәр кем  йәш әсәнең ғүмерен һаҡлап ҡалыуҙа үҙ өлөшөн индерә ала. Әгәр аҡса йыйылһа, Людмила Абдуллина  Германия клиникаларының береһенә мөрәжәғәт итеп ҡарарға ниәтләй. Аҡса күсереү өсөн Һаҡлыҡ банкы иҫәбе:  42307.810.7.0638.0117591, бәйләнеш өсөн телефон: 8-937-48-06966

Рәмзиә Кәримова

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку