23 ноябрҙә йәш ярымлыҡ ҡыҙ бала ауыр хәлдә Стәрлетамаҡ ҡалаһының клиник дауаханаһына эләгә

23 ноябрҙә  йәш ярымлыҡ ҡыҙ бала ауыр хәлдә  Стәрлетамаҡ ҡалаһының клиник дауаханаһына эләгә 02.12.2014

Сабый ҡаты ауырып мәрткә китә. Киң мәғлүмәт сараларында баланы әсәһе  туҡмап ошо хәлгә еткергән тигән  хәбәр тарала.

Стәрлетамаҡ ҡалаһының тәфтиш бүлеге осраҡ буйынса тикшереү башлай. Ләкин уның һөҙөмтәләре буйынса ҡыҙҙың тәнендә бер ниндәй ҙә туҡмау эҙҙәре табылмай. Медицина учреждениеһында сабыйға үпкәһе һәм баш мейеһе шешкән тигән диагноз ҡуйыла.
Марат Самойлов, Рәсәй тәфтиш комитеты Башҡортостан идаралығы Стәрлетамаҡ ҡалаһы бүлегенең махсус эштәр буйынса тәфтишсеһе: «Хоҡуҡ һаҡлау органдарына Стәрлетамаҡ ҡалаһында йәшәүсе ҡатын үҙенең балаһын ҡаты туҡмаған тигән хәбәр килде. Әле осраҡ буйынса тикшереү дауам итә. Тикшереү барышында 22 ноябрь көнө, ҡатын менән бергә йәшәүсе ирҙең тәмәке тартырға сыҡҡанда баланың ауыр тын алыуын һиҙеп, тиҙ ярҙам саҡырыуы асыҡланды».
Әле бала мәрттән сыҡҡан. Ләкин ул ашамай, хәрәкәт итә алмай. Киләсәктә тулыһынса һауыға алыу-алмауын аныҡ ҡына әйтеп булмай, ти табиптар. Баш мейеһе шешкәнлектән, сабыйҙың мейе ҡатламы зыян күреүе ихтимал. Бала әлегә реанимация бүлегендә ята. Табиптар әйтеүенсә, хәле бер аҙ яҡшырғас, ул дауалау бүлегенә күсереләсәк.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика