2013 йылдың июненән йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу тыйылды

2013 йылдың июненән  йәмәғәт урындарында тәмәке тартыу тыйылды 21.10.2014

«Ҡоро закон» ғәмәлгә ингәс, ҡала урамдарында тәмәке көйрәтеүселәр кәмене. Ләкин  йәштәр һәм ҡатын-ҡыҙҙар  араһында был һиҙелмәй. Мәсьәләне хәл итеү юлдары бөгөн Профсоюздар йортонда уҙған форумда тикшерелде. Фекер алышыуға Рәсәй табиптары йыйылды.

Бер тәмәкелә − дүрт меңгә яҡын, ә уның төтөнөндә биш меңдән ашыу химик берләшмә бар. Яман шештәрҙең 25-30 процентына нәҡ ошо  зарарлы ғәҙәт сәбәпсе. Көйрәтеүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында һөт биҙе, ир-егеттәрҙә үпкә, енси органдар яман шеше таралған. Тартыусылар араһында үлем осрағы өс тапҡырға юғарыраҡ, уларҙың ғүмер оҙонлоғо 20-25 йылға әҙерәк. Тәмәкенән баш тартыу үлем осраҡтары хәүефен бер нисә тапҡырға кәметә. Ә Бѳтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тәмәке тартыу арҡаһында килеп сыҡҡан ауырыуҙарҙан йыл һайын 3 миллион самаһы кешенең ғүмере өҙөлә.
Рәсәйҙә тәмәкегә ҡаршы акциялар йыш уҙғарыла. Тәмәке төргәктәренә аяныслы фотоһүрәттәр ҡуйыла, насар ғәҙәттән арыныу өсөн төрлө яҙыуҙар эленә. Бынан тыш, киң мәғлүмәт сараларында ла тәмәкенең организмға зыяны тураһында йыш иҫкәртелә. Ләкин шулай ҙа һәр кем үҙенең сәләмәтлеген ҡайғыртырға, һәм насар ғәҙәттең эҙемтәләре тураһында уйларға тейеш, ти белгестәр.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку