14 июндә Бөтә донъя донорҙар көнө билдәләнә

14 июндә Бөтә донъя донорҙар көнө билдәләнә 11.06.2014

Байрам алдынан республика ҡан тапшырыу станцияһында 20 кешегә «Почетлы донор» исеме бирелде һәм даими ҡан тапшырыусылар араһында еңеүсе билдәләнде.

Байрам алдынан республика ҡан тапшырыу станцияһында 20 кешегә «Почетлы донор» исеме бирелде һәм даими ҡан тапшырыусылар араһында еңеүсе билдәләнде.

Ҡан тапшырып кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарыусыларға маҡтаулы исем тураһында кенәгә, почет грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Улар араһында йәштәрҙең дә булыуы ҡыуаныслы күренеш тип билдәләй аҡ халатлылар. Башҡортостанда «Почетлы донор» исемен 10 меңдән ашыу кеше йөрөтә. Республика буйынса былтыр ғына 83 меңдән ашыу ҡан плазмаһы тапшырылған, барлығы 44 мең литр ҡан йыйылған. Ул ситкә ебәрелмәй. Операция кисергән, ҡаты сиргә юлыҡҡан, юл-транспорт фажиғәһенә тарыусылар донор ярҙамына мохтаж.
Марина Мостафина, «Рәсәйҙең иң яҡшы доноры-2014» конкурсы еңеүсеһе: «Элек йылына бер-ике тапҡыр ғына ҡан тапшыра инем. Балаларға ярҙам итеүсе төркөм мине эҙләп тапты. Ҡаным өсөнсө ыңғай төркөмгә ҡарай. Республика клиник дауаханаһында һаулығын нығытыусы балаларға тромбоциттар доноры булып торам. Хәҙер йылына 6-7 тапҡыр ҡан тапшырырға киләм».
Донор булыу өсөн алдан медицина тикшеренеүе үтеү кәрәкмәй. Анализдар станцияның үҙендә яһала. 18 йәше тулмаған, В һәм С гепатитын кисергән, туберкулез, наркология һәм тире-венерик ауырыуҙар диспансерында иҫәптә тороусы граждандарҙан ҡан ҡабул ителмәй. Совет заманындағы ташламалар менән ҡулланыу бөтөрөлһә лә, кеше ғүмерҙәрен ҡотҡарырға теләүселәр кәмемәй. Кешегә кеше генә ярҙам итә ала һәм был изге эш ике яҡ өсөн дә файҙалы ти табиптар.


Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку