1 марттан медицина препараттарына  хаҡ арта 18.02.2015

Уның күпмегә күтәреләсәген әле дарыухана селтәрҙәре белмәй ҙә. Барыһы ла етештереүселәрҙән тора.  Шулай ҙа фармацевтика компаниялары хаҡ артыуын мөмкин тиклем тотҡарларға тейеш. Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов әйтеүенсә, иҡтисади көрсөк ваҡытында халыҡ сәләмәтлегендә аҡса эшләү ярамаған эш. Был турала ул республиканы дарыуҙар менән тәьмин итеү  мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә белдерҙе.

Дарыуҙар йыл башынан  15 процентҡа  ҡиммәтләнгән. Айырым препараттарға был күләм 30 проценттан да ашып киткән. Шул уҡ ваҡытта хаҡтар дарыухана селтәрҙәренә ҡарап та төрләнә. Салауат Сәғитов медикаменттарға хаҡтарҙы килем алыу ниәте менән арттырмаҫҡа саҡырҙы. Был бигерәк тә йәшәү өсөн мөһим булған дарыуҙарға ҡағыла. Әйткәндәй, был төргә ҡараған препараттар исемлеге киңәйтелә. Быға тиклем тәү кәрәк дарыуҙар  биш йөҙ самаһы булһа, хәҙер исемлектә алты йөҙ медикамент иҫәпләнә. Фармацевтика селтәрҙәрендәге хаҡтар сәйәсәте етди күҙәтеү аҫтында. Салауат Сәғитов белдереүенсә, хаҡтарҙы нигеҙһеҙ өҫтәүсе дарыухана селтәрҙәре етәкселәренә административ саралар күреләсәк.
Иҡтисади көрсөк шарттарында халыҡты дарыуҙар менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү йәһәтенән бер нисә йүнәлеш тәҡдим ителә. Атап әйткәндә, етештереүсе компаниялар менән оҙайлы контракттар төҙөү һәм һатып алыуҙы үҙәкләштереү. Башҡортостан иһә быға тиклем дә дарыуҙар ҡайтарыуҙы үҙәкләштерелгән рәүештә эшләй. Был ете йөҙ миллион һум аҡсаны экономиялауға килтергән.

Загрузка видео...
Комментарии
Загрузка

Возврат к списку


Яндекс.Метрика