Мәрхәмәтле мөхит

Мәрхәмәтле мөхит 17.09.2014

Башҡортостан юлдаш телевидениеһының  «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары һәм «Комсомольская правда» гәзите менән берлектә ойоштороған марафоны дауам итә. Ошо осорҙа ғына изге күңелле кешеләр 180 баланың ғүмерен еңеләйткән. Шул иҫәптән  Анастасия Ковалеваның. Ҡыҙ үҫешеп етмәгән  остеогенез сиренән яфалана. Хәйриә аҡсаһына бала бер йылға етерлек ҡиммәтле препараттар менән тәьмин ителгән. Дауалау курстарынан һуң һөйәктәре йыш һынған бала бөгөн физик күнегеү менән шөғөлләнә ала.

 Тыумыштан остеогенез менән яфаланыусы Анастасия бала сағын өйҙә үткәргән. Һирәк осрай торған ауырыу һөҙөмтәһендә уға физкультура дәресенә йөрөү, йыш хәрәкәт итеү тыйылған. 10 йәшлек ҡыҙҙың үҙ ғүмерендә һөйәктәре 14 тапҡыр һынған. Биш йыл элек Республика балалар клиник дауаханаһында ул памидронат препараты менән дауалау курсы үтә. Унан һуң ҡыҙҙың хәле яҡшыра, һөйәктәре нығына.

Анастасия Ковалева: «Дарыуҙар ярҙам итә. Быға тиклем бер аҙым эшләргә лә ҡурҡа инем, хәҙер велосипедта йөрөйөм. Киләсәктә конькиға баҫырға теләйем, фигуристка булғым килә».

Әммә ике баланы бер үҙе тәрбиәләгән әсәнең ҡиммәтле препаратты алырлыҡ мөмкинлеге юҡ. Ҡыҙға дауалау курсына 72 мең һум аҡса талап ителгән. Анастасия тураһында видеояҙманы быйыл 12 февралдә күрһәткәндән һуң мәрхәмәтле тамашасылар үҫмергә ярҙам иткән. Анастасия Ковалева бөгөн бер йылға етерлек дарыу менән тәьмин ителгән.

Наталья Ковалева, Анастасияның әсәһе: «Эшкә посылка килтерҙеләр. Асып ҡараһам, йыл ярымға етерлек препараттар ята. Ҡыуанысымдың сиге булманы! Аптыраным, ныҡ һөйөндөм. Бала ҡайғыһына битараф булмаған өсөн тамашасыларға, коллегаларыма, барыһына ла рәхмәтемде еткерәм».

Карина Әйүпова ваҡытынан алда тыуа. Һөҙөмтәлә уның үҙәк нерв системаһы ҡаҡшай, психомотор үҫеше тотҡарлана. Ата-әсә баланы дауалау курстарына йөрөтә, йәш ярымда ҡыҙ ултыра башлай, ике йәшендә тәпәй баҫа. Әммә һөйләшмәй, тынысһыҙлана, төндәр буйы йоҡламай. Мәскәү медицина технологиялары институтында дауаланғандан һуң Каринаның хәле яҡшыра. Әммә уға курстарҙы дауам итеү өсөн 188 мең һум талап ителгәйне. 30 ғинуарҙа күрһәтәкән видеояҙманан һуң ғаилә изге йөрәкле кешеләр ярҙамында был сумманы йыйған.

Олеся баранова, «Русфонд» хәйриә фондының Башҡортостан бюроһы эксперты: «2012 йылда иғлан ителгән марафон ошо осорҙа 180 балаға ярҙам итте. 2014 йылда телевизор ҡараусылар 14 балаға ярҙам итте. Дауалау препараттары йәки курстары үтеү өсөн тамашасылар смс портал аша 2 миллион һумдан ашыу аҡса күсерҙе. Мәрхәмәтлек акцияһы бөгөн дә дауам итә».

Бала ҡайғыһына битараф булмаусыларға ата-әсәләр бөгөн оло рәхмәтен еткерә. Тамашасыларҙың мәрхәмәтлеге йөҙҙәрсә сабыйҙы үлемдән ҡотҡарҙы. Ауыр сирҙән яфаланыусы кескәйҙәргә ярҙам марафоны дауам итә. Балаларҙың ғүмерен ҡотҡарыуға үҙ өлөшөн индерергә теләүселәр 5541 һандарына «ДЕТИ» һүҙен яҙып, смс-хәбәр ебәрә ала. Уның хаҡы - 75 һум.

Лилиә Тунасова 


Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика