Ғүмер бүләк итәм! 15.11.2014

Бөгөн Республика ҡан тапшырыу станцияһынан сыҡҡан һәр донорҙы бер төркөм йәштәр саксофонда уйнап, шат тауыштар менән ҡаршыланы.

«Яңы ғүмер» йәмәғәт ойошмаһы акцияһынан һәр кем ҡәнәғәт ҡалды. Статистик мәғлүмәттәрҙән күренеүенсә, Башҡортостан дауаханаларына йыл һайын уртаса 44 тонна ҡан талап ителә, шул иҫәптән Республика балалар клиник дауаханаһына ғына 420 литр. Ә инде йылына 35 меңдән ашыу донор ҡабул ителә. Төрлө акция, сараларҙың ойошторолоуы ҡанға мохтаждарға ярҙам итеүҙә роле ҙур.
Табиптар ҡан тапшырыуҙы профилактик сара булыуын билдәләй. Ул атеросклероздан, быуынға тоҙ ултырыуҙан дауалай, иммун системаһын нығытыуҙа, холестерин кимәлен нормала тотоу йәһәтенән әһәмиәтле. Ғөмүмән, донорлыҡты аҡ халатлылар әхләҡи принциптарҙы үҫтереүсе, илһөйәрлек тойғоларын тәрбиәләүсе сара тип ҡабул итә.

Загрузка видео...
Комментарии
Ваше имя

Электронная почта

Содержание этого поля является приватным и не предназначено к показу
 

Уведомить об ответе
Комментарий
Введите символы, которые показаны на картинке:

CAPTCHA
Этот вопрос задается для того, чтобы выяснить, являетесь ли Вы человеком или представляете из себя автоматическую спам-рассылку.
 
  Принимаю условия соглашения пользователя

Возврат к списку


Яндекс.Метрика