RSS
Өфөлә билдәле оториноларинголог, медицина фәндәре докторы, профессор Әлфиә Бикбаеваға таҡтаташ асылды
Табиптың исемен мәңгеләштереү урыны осраҡлы һайланмаған. Әлфиә Исхаҡ ҡыҙы Башҡорт дәүләт медицина институтын уңышлы тамамлап, ошо уҡ уҡыу йортонда эш башлай. 1966 йылдан алып оҙаҡ ҡына ҡолаҡ, танау һәм тамаҡ ауырыуҙарын дауалау кафедраһын етәкләй. Бер үк ваҡытта  Һаулыҡ һаҡлау министрлығында баш оториноларинголог вазифаһын башҡара.
26 / 05 / 2017 259
Дауалауҙан иҫкәртеү хәйерле
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙа халыҡҡа беренсел медицина-санитар ярҙам күрһәтеү саралары буйынса фекер алышыу ойошторолдо.
25 / 05 / 2017 166
Яҙ һайын кемдәр илай?
Йәки аллергиянан интегеүселәр өсөн киҫкен мәл етте. Яҙ килеп, тәбиғәт уяныу менән был ауырыу  үҙен белгертә башлай. Ағастарҙың, үҫемлектәрҙең  сәскә атыуы ауырыуҙан яфаланыусылар өсөн ысын мәғәнәһендә һынау.  Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, аллергия  йылдан-йыл күберәк кешелә күҙәтелә.  
23 / 05 / 2017 222
Саф һауала йөрөү сәләмәтлекте нығытыуға булышлыҡ иткәнен бөтәһе лә яҡшы белә
Дөрөҫ, был иҫбатланған дәлил. Әммә баҡсаға сығып бер түтәл ҡаҙығансы ла үлемесле сир йоҡторорға мөмкин икәнен дә оноторға ярамай. Яҙ тәбиғәт менән бергә сысҡандар ҙа әүҙемләшә.
20 / 05 / 2017 230
Теүәл ультратауыш тикшереүе
Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһында бөгөн ошо темаға арналған ғилми-ғәмәли конференция үтте.
18 / 05 / 2017 205
Шағирә, прозаик һәм музыкант Ләйлә Рәхмәтуллинаға ярҙам кәрәк
Ләйлә Сәлих ҡыҙы Америка Ҡушма Штаттарына сәйәхәте ваҡытында бәләгә тарый. Сит ил табиптары түшендәге биҙәргә зарланған ҡатынға яман шеш диагнозы ҡуя. Самолетта осоу пациенттың хәлен тағы ла ауырайтасағын иҫәпкә алып, табибтар ашығыс рәүештә дауалау процедураларын башлай. Хәҙер Ләйлә Сәлих ҡыҙы ауыр сир менән сит ерҙә япа-яңғыҙы көрәшергә мәжбүр.
17 / 05 / 2017 207
Аҙна яңылыҡтары. Республикала себеш, ҡаҙ һәм үрҙәк бәпкәләре һатыу тыйылыуы ихтимал
Сикләү ҡош киҙеүе таралыуға бәйле. Был аҙнала Башҡортостандың төрлө сауҙа үҙәктәрендә 12 тоннаға яҡын  зарарланған күркә ите табылды. Ул республикаға Ростов өлкәһенән килтерелгән. Әле төбәктәге барлыҡ ҡошсолоҡ фабрикаларында айырыуса контроль режимы индерелде. Белгестәр әйтеүенсә, сирҙе яҙғыһын ҡош себештәре һатыусылар ҙа таратыуы ихтимал.  Улар ғәҙәттә, бер ниндәй ҙә тикшереү үтмәй. Шул уҡ ваҡытта фабрикаларҙан себеш һатып алыу отошло ғына буласаҡ. Унда хаҡтарҙы түбәнәйтергә ҡушылған.
14 / 05 / 2017 199
Бөгөн Өфөлә дүртенсе неврология форумы тамамланды
Быйыл төбәк-ара кимәлдәге статус алған сарала Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән  меңдән ашыу  белгес ҡатнашты. Нейрохирургтар, неврологтар үҙ-ара тәжрибә уртаҡлашты.
13 / 05 / 2017 171
Республиканың ҡошсолоҡ фабрикаларында айырыуса контроль индерелеүе тураһында хәбәр иткәйнек инде
Ҡош киҙеүенә ҡаршы әле барлыҡ предприятиеларҙа ла пландан тыш тикшереүҙәр башланған. Уларҙың етәкселәре ҡурҡыныс вирусты йәшерергә маташҡан осраҡта яуаплылыҡҡа тарттырыласағы тураһында иҫкәртмә алған.
12 / 05 / 2017 198
Республикала талпан ҡаҙалып дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр артҡан
Былтыр энцефалит вирусы менән зарарланыусылар 6 процент самаһы тәшкил итһә, быйыл күберәк -  8-10 процент тирәһе. Был турала Башҡортостандың эпидемиология һәм гигиена үҙәге хәбәр итә. Май байрамдарында бөжәк меңдән ашыу кешегә ҡаҙалыуы билдәле. Белгестәр талпандарҙың әүҙемләшеүенә бәйле, тәбиғәткә сыҡҡанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә, ә ялан-ҡырҙарҙа эшләүселәргә прививка эшләтергә кәңәш итә.
12 / 05 / 2017 173
Республикаға ҡош киҙеүе яҡыная
Быйыл Ростов өлкәһендә тарала башлаған хәүефле вирус Татарстандың ҡошсолоҡ фермаһында ла табылды. Унда етештерелгән продукция майҙа Башҡортостан магазин кәштәләренә һатыуға сығарылған булыуы ла билдәле. Әлеге көндә ун тоннанан ашыу зарарлы ҡош ите сауҙа нөктәләренән кире ҡайтарылған.
11 / 05 / 2017 277
Өфөнөң 248-се балалар баҡсаһында балаларҙың үҙен насар тойоуының аҙыҡ менән ағыуланыуға бәйлелеге юҡ
Күптән түгел  мәктәпкәсә учреждениеның тиҫтәнән ашыу тәрбиәләнеүсеһенә ашығыс медицина ярҙамы  талап ителгән. Улар ҡоҫҡан, температуралары күтәрелгән, эсе киткән.  Был хаҡта беҙ видеояҙма күрһәткәйнек инде.
03 / 05 / 2017 254
Бәләкәй бөжәк ҙур бәлә килтереүе ихтимал
1 май байрамдарынан һуң талпан ҡаҙалған өс йөҙҙән ашыу кеше Өфөнөң гигиена һәм эпидемиология үҙәгенә мөрәжәғәт иткән. Быйыл белгестәр ҡурҡыныс бөжәктәрҙең күп булыуы хаҡында һүҙ алып бармаһа ла, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен онотмаҫҡа саҡыра. Сөнки статистикаға ярашлы, һәр бишенсе талпан энцефалит, һәр өсөнсөһө борролиОЗ  вируслы булыуы менән хәүефле. Талпан һөжүменән нисек һаҡланырға, әгәр ҙә бөжәк тешләгән икән, нимә эшләргә?
02 / 05 / 2017 273
Яҡынлашып килгән май байрамы алдынан белгестәр бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк йоҡтороуҙан һаҡ булырға саҡыра
Тәбиғи сығанаҡлы йоғошло ауырыуҙы башлыса йорт һәм ҡыр сысҡандары тарата. Вирус, нигеҙҙә, кимереүселәрҙең кибеп, саң менән һауаға таралған бүлендеһе аша тын алғанда йәки тирегә, күҙгә, танауға, ауыҙға эләккән осраҡта күсә.
27 / 04 / 2017 232
Ғәйепләнеүсе эскәмйәһендә табип
Бөгөн республиканың Юғары судында Ишембай үҙәк район дауаханаһы бүлек мөдире Владимир Кауновҡа ҡарата  сығарылған хөкөм ҡарарын үҙ көсөндә ҡалдырҙы.  Ишембайҙағы 15 йәшлек үҫмер ҡыҙҙың үлеме  буйынса ҡуҙғатылған енәйәт эше буйынса ул суд ҡарарына ялыу менән  Башҡортостандың Юғары  судына  мөрәжәғәт иткән. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2015 йылда Ишембайҙағы Үҙәк паркта бәүелсәктән осоп төшкән Аделина Халикованың ғүмере дауаханала өҙөлә. Уның әсәһе һәм яҡындары баланың һәләк булыуында табиптар ғәйепле тип бара.
26 / 04 / 2017 229
«Беҙ һинең менән бер ҡандан!»
Республика ҡан биреү станцияһы ойошторған сираттағы акция шулай атала.
25 / 04 / 2017 180
Донъя ветеринарҙары был аҙнаны Өфөлә үткәрҙе
Баш ҡалала VII Халыҡ-ара ветеринарҙар конгресы үтте. Кәңәшмәлә Рәсәй төбәктәренән һәм  егерме биш  илдән  мең өс йөҙҙән ашыу  белгес ҡатнашты. Өс көн барған форумда яңы ветеринария ҡорамалдары, фармакология препараттары, малсылыҡ, умартасылыҡ, ҡошсолоҡ өлкәһендәге мәсьәләләр ҡаралды.
23 / 04 / 2017 234
Өфөнөң юғары квалификациялы табиптарынан онлайн-режимда консультация алырға мөмкин
Әлегә Башҡортостанда утыҙға яҡын телемедицина пункты эшләй.   Тиҙҙән район-ҡалаларҙа урынлашҡан дауалау учреждениелары ла ситтән тороп баш ҡалала эшләгән тар профилле белгестәр менән бәйләнешкә инә аласаҡ. Был аҡ халатлыларға пациенттарға дөрөҫ диагноз ҡуйыуҙа ҙур  ярҙам буласаҡ.
19 / 04 / 2017 240
Мәрхәмәтле мөхит
Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Русфонд», «Мәрхәмәт» хәйриә фондтары менән берлектә ойошторған марафоны дауам итә. Сюжетыбыҙҙың бөгөнгө геройы Шишмә районында йәшәүсе Самира Хәйбрахманова. Ул йөрәк сиренән яфалана. Балаға Республика кардиология үҙәгендә операция түләүһеҙ, әммә йөрәккә ҡуйыласаҡ махсус ҡоролма - окклюдер өсөн түләргә кәрәк буласаҡ. Уның хаҡы 339 мең 200 һум. Ғаилә мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына өмөт итә.
19 / 04 / 2017 256
Донъя ветеринарҙары Өфөлә
Бөгөн баш ҡалала VII Халыҡ-ара ветеринарҙар конгресы асылды. Кәңәшмәлә Рәсәй төбәктәренән һәм  егерме биш  илдән  мең өс йөҙҙән ашыу  белгес ҡатнаша. Өс көн барған форумда яңы ветеринария ҡорамалдары, фармакология препараттары, малсылыҡ, умартасылыҡ, ҡошсолоҡ өлкәһендәге мәсьәләләр ҡарала.
19 / 04 / 2017 196

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 27 След.
Календарь новостей

Яндекс.Метрика