Ғәйеплеһең, бурысыңды үтәй алмағанһың икән яуап бир, эшләй алмайһың икән вазифаңды бушат
Кадрҙар сәйәсәте, етәкселәр алдында торған төп талаптар  тураһында Республика башлығы Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостан төбәк бүлексәһе ағзалары менән осрашыуҙа белдерҙе. Йәмәғәт көстәрен туплаған, фекерҙәштәрҙе берләштергән был ойошма 6 йыл  эшләп килә, әле ул  бөтә ил буйынса иң көнүҙәк проблемаларҙы  үҙ эсенә алған тиҫтәләп проект ғәмәлгә ашырыла.  Улар хаҡында конференцияла ентекле отчет яһалды, тәҡдимдәр индерелде.
17 / 11 / 2017 214
Йәш белгестәргә 345 мең һум аҡса
Стәрлетамаҡ районында урынлашҡан Калинин исемендәге хужалыҡта үҙенсәлекле дәртләндереү системаһы ҡулланыла. Уға ярашлы, 30 йәшкә тиклемге хеҙмәткәрҙәргә бер тапҡыр бирелә торған матди ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, мохтаждарҙың торлаҡ шарттары ла яҡшыртыла. Әле бындай мөмкинлек менән тиҫтәнән ашыу кеше файҙаланған.
17 / 11 / 2017 198
Бөгөн Өфөлә Салауат Юлаев һәйкәле ҡуйылыуға 50 йыл
Ошо уңайҙан йәмәғәтселек вәкилдәре милли герой рухын хөрмәтләп иҫкә алып, һәйкәлгә сәскәләр һалды. Бынан тыш, Республика хәрби дан музейында тарихи дата уңайынан күргәҙмә асылды. «Башҡортостан азатлығы символы» тигән экспозицияла һәйкәл тарихына ҡағылышлы материалдар, фотоһүрәттәр урын алған.
17 / 11 / 2017 160
Хәйбулла районы Вәзәм ауылы мәҙәниәт йортонда «Йәйғор төҫө балаҫтарҙа» исемле күргәҙмә ойошторолдо
Ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары үҙҙәренең ҡул эштәрен тәҡдим итеп, балаҫ һуғыу, бәйләү оҫталығы менән уртаҡлашты. Был кәсепте тергеҙеүселәр араһында  Ғилминур  Ҡунаҡасова ла  бар. Оло йәштәге ханым башта ойоҡбаш, бейәләйҙәр генә бәйләһә, бөгөн ауылдаштарын күҙҙең яуын алырҙай балаҫтары менән ҡыуандыра. Яратҡан шөғөл күңел тыныслығы өҫтәй,-ти ул. Матурлыҡ өлгөләрен ҡора белеү ҙә үҙе бер талант.
17 / 11 / 2017 244
Баймаҡ районы Иҫән ауылында мәсет асыласаҡ
Ошо көндәрҙә мәсеттең түбәһендә ай  ҡалҡты. Иман йортон төҙөүҙә ярҙам күрһәтеүҙән ауылдағы бер кеше лә ситтә ҡалмаЙ. Берәүҙәр аҡсалата ярҙам итһә, икенселәр өмәгә сыға.
17 / 11 / 2017 178
«Башҡорт энциклопедияһы»нда баҫылып сыҡҡан ике китап ике төрлө конкурста еңеү яулай
Тәүге  конкурс Киров ҡалаһында үтә. Гуманитар өлкәләге иң яҡшы фәнни китап конкурсына тарихсы, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Нәзир Ҡолбахтиндың биш томдан торған һайланма әҫәрҙәре тәҡдим ителә.
17 / 11 / 2017 189
Мәсетле районында прокуратура хеҙмәткәре Балаҡатай судьяһын атып үлтергән
Бәхетһеҙ осраҡ  һунарҙа теркәлгән. Ирҙәр төбәктең Әзекәй ауылы эргәһендә ҡоралай ауына сыға. Әммә мылтыҡ ҡорған мәлдә уларҙың береһе яңылыш тәтегә баҫа.
17 / 11 / 2017 240
Беренсе декабрҙән өсөнә тиклем башҡалала «Өфө-форум» йәштәр мәғариф форумы уҙасаҡ
Был хаҡта сараны ойоштороусылар бөгөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығында үткән матбуғат конференцияһында белдерҙе.
17 / 11 / 2017 215
ДОНЪЯ ЯҢЫЛЫҠТАРЫ - 17.11.2017
Алыҫ көнсығыш Рәсәй өсөн һур әһәмиәткә эйә, шуға ла «Звезда» суднолар төҙөү комплексын заказдар менән тәьмин итеү мөһим. Был турала Президент Владимир Путин хөкүмәт ағзалары менән үткән кәңәшмәлә белдерҙе. Дәүләт башлығы нетфть продукттарын транспортлау һөҙөмтәлелелеген арттырыу өсөн  заманса диңгеҙ караптарына  ихтияж булыуы белдерҙе. «Звезда» предприятиеһы был бурысты үтәү өсөн тәғәйенләнгән.
17 / 11 / 2017 159
Зәйнәб Биишева исемендәге китап нәшриәтендә «Йәштәр тауышы» тип аталған әҙәби фестиваль уҙҙы
Сарала 2016-2017 йылдарҙа ижад емештәрен бер йыйынтыҡҡа туплап, китап  сығарған  йәш авторғар  сығыш яһаны.
17 / 11 / 2017 188
Башҡортостан Конституция судының сираттағы ултырышында Ринат Зиятдиновтың дәғүәһе тикшерелде
Ринат Тимербай улы оҙаҡ йылдар Тәтешле районында дәүләт нотариаль контораһында эшләй. Әммә республикала нотариаль  хеҙмәт дәүләт хеҙмәте реестрына индерелмәгән.
17 / 11 / 2017 167
Төнгө Өфө буйлап сәйәхәт
Баш ҡаланың Орджоникидзе районы буйынса йәмәғәт хәүефһеҙлеге үҙәге инспекторҙары «комендант сәғәте»нә ярашлы рейд ойоштороп, тиҫтәнән ашыу күңел асыу урындарында закондың үтәлешен тикшерҙе.  
17 / 11 / 2017 229
Һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүенә водителдәр әҙер булмай сыҡты
Бөгөн иртә менән Өфөлә йөҙҙән ашыу юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Синоптиктар көслө яуым-төшөм булыуы хаҡында алдан уҡ иҫкәртһә лә, автоһәүәҫкәрҙәр машина менән идара итеү һәләтен юғалтып, ҡазаға тарыны. Күптәр боҙлауыҡҡа зарланды. Иртән баш ҡала юлдарында  тығындар кимәле туғыҙ балға тиклем етте.
17 / 11 / 2017 238
Мәктәптә туған телдәрҙә уҡытыуҙа етешһеҙлектәр табылманы
Башҡортостан прокуратураһы тикшереү һөҙөмтәләрен иғлан итте.
17 / 11 / 2017 170
Өфө дәүләт авиация техник университетына 85 йыл
Уҡыу йортоноң тыуған көнөнә арналған тантаналы йыйылыш  бөгөн Өфөлә, «Башҡортостан» концерт залында  үтте.
16 / 11 / 2017 222
Башнефть компанияһы Башҡортостанға 6 миллиард 600 миллион һум дивиденд күсерәсәк
Был сумманың декабрҙә килеүе көтөлә  - килем былтырғы менән сағыштырғанда кәмерәк бюджетты компенсациялаясаҡ. Был турала республика хөкүмәте Премьер-Министры Рөстәм Мәрҙәнов килем потенциалын үҫтереү мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында белдерҙе.
16 / 11 / 2017 230
Аҡсаңды һаҡлыҡ кассаһына туплап фатир һатып алыу мөмкинлеге
Буласаҡ торлаҡ өсөн махсус асылған һаҡлыҡ иҫәптәре ипотека кредиттарының бер өлөшө. Был система Рәсәйҙә Краснодар өлкәһендә һәм Башҡортостанда уңышлы эшләй.
16 / 11 / 2017 247
Шишмә районының Әлибай ауылында йәшәүселәр төҙөкләндерелә башлаған мәҙәниәт йортонда эштәрҙең туҡтап ҡалыуына зарлана
Бынан 45 йыл самаһы элек сафҡа ингән мәҙәниәт йортонда бер тапҡыр ҙа төҙөкләндереү эштәре уҙғарылмаған. Махсус программа ярҙамында ремонт өсөн аҡсалата ярҙам күрһәтелә. Тик, отчетта әйтелгәнсә, клубтың бар тәҙрәһе лә яңыртылмаған. Улай ғына ла түгел, бер тәҙрә кирбес менән дә нығытылып ҡуйылған.
16 / 11 / 2017 190
Башҡортостан Вьетнам менән эшлекле мөнәсәбәттәрен нығыта
Бөгөн республика хөкүмәтендә «Башҡорт-Вьетнам дуҫлығы йәмғиәте» консорциумын ойоштороу тураһында килешеү төҙөлдө. Ул Өфө дәүләт нефть-техник университеты базаһында барлыҡҡа киләсәк. Тап ошо юғары уҡыу йортонда күпләп  сит ил студенттары белем ала.
16 / 11 / 2017 190
Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәргә һәр кем бурыслы
Һуңғы ун ай эсендә генә республика юлдарында теркәлгән аварияларҙа дүрт йөҙҙән ашыу кешенең ғүмере өҙөлә, уларҙың 21-е - балалар. Илдең башҡа төбәктәре менән сағыштырғанда, юлда һәләк булыусылар һаны буйынса Башҡортостан - бишенсе урында килә. Был күңелһеҙ статистиканы кәметеү өсөн халыҡҡа аңлатыу эшен көсәйтергә кәрәк,тине бөгөн төбәктең баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов.  Бигерәк тә, фликерҙар буйынса пропаганда эшенең йәнләнеүе мотлаҡ. Ни тиһәң дә, һуңғы көндәрҙә юл-транспорт ваҡиғаларының етмеш проценты нәҡ йәйәүлеләрҙең машина тәгәрмәсе  аҫтында ҡалыуына бәйле.
16 / 11 / 2017 178

Страницы: 1 2 3 4 5 ... 713 След.
Яңылыҡтар календары

Яндекс.Метрика