Һыу баҫты, байрам кәйефе ҡасты | 10.01.2012

Һыу баҫты, байрам кәйефе ҡасты

10.01.2012

Һыу баҫты, байрам кәйефе ҡасты

Яңы йыл байрамдары осоронда Өфөнөң Миәс урамындағы йортто һыу баҫыуы хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Ҡаза күреүселәр ни эшләгән һәм уларға ярҙам тәҡдим ителгәнме?

Ҡаза күреүсе хужаларҙың береһе Рөстәм Минишев әле һаман 2 ғинуар булған хәлдәрҙе онотмай. Иртәнсәк һыу аҡҡанға уянып киттем дә, йортто ҡотҡарыу маҡсатында һыу менән көрәшә башланым, ти ул. Хәҙер һыуҙың ҡайҙан һәм ни сәбәпле ағыуы ла билдәле. Ҡаза булған көндө Өфө һыу каналы хеҙмәткәрҙәре килеп, һыу ағыуын туҡтатыуға өлгәшкән, торбаны алмаштырған.
Был кадрҙар 2 ғинуар көнө йорт хужаһының кеҫә телефонына төшөрөлгән. Йортто һәр яҡлап та һыу баҫҡан, хатта түбә таҡтаһы, стеналар, иҙән аҫты зыян күргән. Әлеге көндә хужалар өйҙө мейес яғып йылыта һәм төрлө электр приборҙары ярҙамында йорт кәрәк-яраҡтарын киптерә. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, иҙән һаман еүеш, йортта дым кимәле саманан тыш юғары булыуы һиҙелә.Бәләгә тарыусы хужалар Өфө һыу каналына ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Улар үҙ сиратында яҡын арала тикшереү комиссияһы төҙөп, зыянды иҫәпләргә һәм ҡазаланыусыларға матди ярҙам күрһәтергә вәғәҙә иткән. Һалҡын ҡыш булыуға ҡарамаҫтан, ҡаза күреүсе хужалар ремонт эштәре башларға, зыян күргән стеналарҙы, түбәне йүнәтергә уйлай. Тик уларҙы бер генә һорау борсой: йорттоң нигеҙе яҙға тиклем түҙерме, өй ишелеп төшмәҫме?

Азат Ҡотошов.

Здесь должно быть размещено Flash-содержимое, однако ваш браузер не поддерживает его отображение. Попробуйте установить или обновить Flash-плеер.

Комментарийҙар

Комментарий өҫтәргә

Бында яҙылғандар сер итеп һаҡлана һәм бүтән ҡулланыусыларға күренмәй.

Хөрмәтле ҡулланыусы!
Һеҙҙең комментарий администратор тарафынан тикшерелгәндән һуң ғына өҫтәләсәк.

Лента новостей

Вверх